

Гөлназ Ҡотоева гәзит уҡыусыларыбыҙҙы “Шарлотка” һәм “Йыуаса” бешереү рецебы менән уртаҡлашты.
Шарлотка бешереү өсөн алма туңдырылған булһа, уны алып иретәбеҙ һәм ваҡланған алманы майлы формаға һалабыҙ. Өҫтөнә ҡойоу өсөн ошондай ҡатнашма әҙерләйбеҙ: 4 йомортҡа, 1 стакан шәкәрҙе миксер менән күпергәнсе яҡшы итеп бутайбыҙ, шуға яйлап ҡына он өҫтәйбеҙ. Ҡаймаҡ ҡуйылығындағы масса килеп сыға. Уға теләһәгеҙ корица, ваниль дә өҫтәп ебәрергә мөмкин. Шуны алма һалынған табаға ҡоябыҙ. Бешеп сыҡҡас әйләндерәбеҙ, алмалары өҫтә ҡала. Ҡунаҡтарығыҙ өсөн дә бик тәмле ризыҡ килеп сыға.
Йыуаса
Бешереүгә ябай ғына булһа ла, бик тәмле боронғо ризыҡ ул. Бының өсөн һөттө, аш содаһын, семтем тоҙҙо, йомортҡаны ҡушып бутайбыҙ, уға он өҫтәп йомшаҡ ҡына итеп баҫабыҙ. Ҡамырҙы йәйеп унан фигуралар эшләп, ҡыҙған табала бешерәбеҙ. Майҙы мулыраҡ һалырға онотмағыҙ.
Фотолар: Гөлназ Ҡотоеванан.
⚡Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!