Йәмғиәт
30 Ноябрь 2025, 05:10

"Беҙҙең Бикә"

Йылайыр районы Ишбулды ауылында йәшәгән Йомабикә Ҡолөмбәтованы ауылдаштары, ерҙәштәре яҡын күреп шулай тип йөрөтә. Ул төркөмөбөҙҙәге “Әсә күңеле – ҡояш йылыһы” конкурсында ҡатнаша.

"Беҙҙең Бикә""Беҙҙең Бикә"
"Беҙҙең Бикә"

Йомабикә Вәлиулла ҡыҙы – биш бала әсәһе, хеҙмәти бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән атҡарған оҫта. Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу уның – фельдшер, ауылдаштарының һаулығын хәстәрләүсе. Үҙенең фиҙакәр хеҙмәте, күркәм булмышы менән Йомабикә апай ерҙәштәренең оло ихтирамын яулаған, уны, яратып, ғәйәт хөрмәтләп, “беҙҙең Бикә” тип йөрөтәләр. Оҙаҡ йылдар, ҡайны-ҡәйнәһенең вафатына тиклем, өлкәндәр менән татыу йәшәгән, ғаиләлә йылы мөхитте һаҡлай белеүе менән дә күптәргә өлгө булған зат ул.

Йомабикә Вәлиулла ҡыҙы – бар күңеле менән йәнтөйәгенә бирелгән, ауыл йәшәйешен күркәмерәк итеү, тарихи үткәндәр тураһында иҫтәлекте һаҡлау өсөн тырышлыҡ һалған да шәхес. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеүҙә лә иң әүҙем ҡатнашҡандарҙың береһе. Әйткәндәй, конкурсантыбыҙ – моңло тауышы менән күптәрҙең күңелен яулаған танылған йырсы Гөлсөм Бикбулатованың апаһы.

Конкурсыбыҙ бөгөн киске сәғәт 9-ҙа тамамлана. Ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреп ҡалығыҙ, дуҫтар! Бының өсөн ошо һылтанма аша үтергә кәрәк: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll691dbf54a52f061a30b49328

Рәүилә Ғатауллина.

Фотолар – ғаилә архивынан.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

"Беҙҙең Бикә"
"Беҙҙең Бикә"
"Беҙҙең Бикә"
"Беҙҙең Бикә"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас