Бөгөн, 30 ноябрҙә, илебеҙҙә матур байрам – Әсәләр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә “Әсә күңеле – ҡояш йылыһы” тип аталған конкурс иғлан иткәйнек. Унда республикабыҙҙың төрлө тарафынан күп бала үҫтергән, уларға матур тәрбиә биргән, эш-ғәмәлдәре менән башҡаларға ла өлгө булған гүзәл зат вәкилдәре ҡатнашты.
Конкурсыбыҙ тамам, иң күп тауыш йыйған өс ҡатнашыусы асыҡланды. Шулай итеп:
I урын – Бүздәк районынан Вәсилә Ғәзиева;
II урын – Дүртөйлө районынан Эльза Ғәликәева;
III урын – Бөрйән районынан Эльвира Фәхрийәнова.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Улар милли баҫманың дипломы менән бүләкләнер, һәр кеме хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә ҙур мәҡәлә донъя күрер.
Конкурс һөҙөмтәләре: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll691dbf54a52f061a30b49328
Конкурста ҡатнашыусыларға ла, уларҙың күңеленә дәрт өҫтәп, тауыш биргән һәр төркөмдәшебеҙгә лә ҙур рәхмәт.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!