Йәмғиәт
30 Ноябрь 2025, 12:55

Эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ ҙа...

Әсәйҙәрегеҙгә шылтыратып алығыҙ. Хәҙер үк! 

Эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ ҙа...Эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ ҙа...
Эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ ҙа...

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарҙы Әсә көнө менән ҡотлай һәм ҡәҙерле кешеһе тураһында йылы иҫтәлеген яҙа.

“Ҡәҙерле әсәйҙәр, Әсә көнө менән ҡотлайым һеҙҙе!

Беҙ йыш ҡына ашығабыҙ, һорауҙарҙы хәл итәбеҙ, пландар төҙөйбөҙ – шул уҡ ваҡытта иң мөһимен әйтергә онотабыҙ. Ә бит беҙҙең һәр ҡаҙанышыбыҙ ҡулыбыҙҙан тәүгә етәкләгән, тәүге аҙым яһарға, тәүге һүҙҙе әйтергә, тәүге ҡарарҙы ҡабул итергә  өйрәткән, ошоғаса тәүге һүрәтебеҙҙе һаҡлаған, беҙгә ишеге һәр саҡ асыҡ кешеләрҙән башлана.

Мин әсәйемде бик йыш иҫемә төшөрәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул иҫән түгел, әммә бала саҡ тураһында йылы хәтирәләр, уның һөйөүе һәр саҡ күңелдә. Әсәйемә хәстәрлеге, характеры, ауыр ваҡыттарҙа терәк булғаны өсөн рәхмәтлемен. Үҙем икеләнгәндә лә миңә ышанғаны өсөн рәхмәтлемен.

Эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ ҙа әсәйҙәрегеҙгә шылтыратып алығыҙ. Хәҙер үк”.

Социаль селтәрҙән.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас