Йәмғиәт
1 Декабрь 2025, 14:03

Һорауҙар күп, хәҙер улар буйынса эш бара

Башҡортостан кешеләре Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә ебәргән мөрәжәғәттәре буйынса 2,4 меңдән ашыу яуап алған да. 

Һорауҙар күп, хәҙер улар буйынса эш бараҺорауҙар күп, хәҙер улар буйынса эш бара
Һорауҙар күп, хәҙер улар буйынса эш бара

11 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш үтте. Һәр йылдағыса был сара халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм унда күпләп һорауҙар килә. Мөрәжәғәттәрҙең яҙмышы тураһында бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев хәбәр итте.

Шуны билдәләп үтәйек, Радий Хәбировҡа бөтәһе 9 591 мөрәжәғәт ебәрелгән, шуларҙың 3 236-һы эш талап итмәгән (ҡабатланған һорауҙар, рхмәттәр). Ҡалған 6 355 мөрәжәғәт эшкә ҡабул ителә. Шуларҙың 3 919-ы яуап әҙерләү стадияһында.

– Күп мәсьәләләр буйынса тиҙ идара итеү ҡарарҙары ҡабул ителде, – тип хәбәр итте Искәндәр Әхмәтвәлиев. – Мәҫәлән, Дыуан районының Мәсәғүт ауылы халҡы өсөн Коммунистик урамындағы сауҙа үҙәге эргәһендә яңы баҫҡыс ҡуйылды. Ә Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылының мәҙәниәт йортона яңы тауыш ҡорамалдары тапшырылды.

Иң күп һорауҙар килгән төп темалар – автомобиль юлдары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү.

Башҡортостан Башлығы халыҡтың мөрәжәғәттәренә яуаптар әҙерләү тураһында ярты йылдан доклад әҙерләргә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас