Йәмғиәт
2 Декабрь 2025, 05:00

Сәтләүекле, күрәгәле бәлеш телде йоторлоҡ

 Ҡунаҡтар килһә лә бына тигән тәмлекәс  

Сәтләүекле, күрәгәле бәлеш телде йоторлоҡСәтләүекле, күрәгәле бәлеш телде йоторлоҡ
Сәтләүекле, күрәгәле бәлеш телде йоторлоҡ

   Был ризыҡ  ыуалып торған (песочное) ҡамырға күрәгә менән сәтләүек һалып бешерелә. Ҡамырға бер йомортҡа, 100 грамм шәкәр, 100 грамм ҡаймаҡ, 100 грамм йылы аҡ май, бер балғалаҡ сода, 300-400 грамм он һалып баҫырға ла һыуытҡысҡа ҡуйырға. Бер аҙҙан уны алып, өс өлөшкә бүлергә. Беренсе өлөштө йәйеп, өҫтөнә 200 грамм күрәгәне йыуып, ит тартҡыс аша сығарып, 100 грамм шәкәр менән болғатып, ҡамыр өҫтөнә һыларға. Икенсе өлөштө йәйеп, 200 грамм сәтләүекте төйөп, 100 грамм шәкәр менән болғатып ҡамыр өҫтөнә һалырға. Бәлештең өҫтөнә һибер өсөн  ике-өс ҡалағын  алып ҡалырға кәрәк. Өсөнсө өлөш ҡамырҙы йәйеп бәлеште ҡаплағас, өҫтөнә бер йомортҡа һарыһын бер-ике  балғалаҡ һөт ҡушып, болғатып һөртөргә лә  сәтләүекте һибергә.

 Бешереүе еңел генә. Был иҫ киткес тәмле бәлеш менән яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ әле.

Фото: Рәйлә Атйетәрованыҡы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас