Йәмғиәт
5 Декабрь 2025, 13:45

Ҡар яуыуы көтөлә

Әгәр ҙә был фараздар аныҡланһа, декабрҙең икенсе декадаһында Башҡортостанда тотороҡло ҡар ҡатламы ята.

Ҡар яуыуы көтөләҠар яуыуы көтөлә
Ҡар яуыуы көтөлә

Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 11 декабрҙә ҡар яуа башлай,  тәүлегенә 2 миллиметрға тиклем ҡар яуыуы көтөлә. 14 декабрҙә 7,8 миллиметрға тиклем яуым-төшөм фаразлана, әммә көндәрҙең йылытыуы арҡаһында ҡар ҡатыш ямғыр менән алмашына.

Алдағы көндәрҙә һыуыта, ә 15 декабрҙән 17-һенә тиклем ҡар яуа. Әгәр ҙә был фараздар аныҡланһа, декабрҙең икенсе декадаһында Башҡортостанда тотороҡло ҡар ҡатламы ята.

Ҡыштың ҡыш булыуы яҡшы тигәндәй, ҡарлы, буранлы ҡышты барыһы ла һағына.

Автор фотоһы

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас