Йәмғиәт
6 Декабрь 2025, 15:20

Ағинәй 101 йәшен тултырған

Бибизәкиә Арыҫланғәли ҡыҙы Хәмәҙинурова 10 бала үҫтергән. Хәҙер уның 21 ейән-ейәнсәре, 33 бүлә-бүләсәре һәм хатта бер тыуаһы бар.

Ағинәй 101 йәшен тултырғанАғинәй 101 йәшен тултырған
Ағинәй 101 йәшен тултырған

Үҙ ғүмерендә әллә күпме тарихи мәлдәргә шаһит булған, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татып, фәһемле тормош фәлсәфәһе туплаған, йәшәйеш тураһында алтын кәңәштәре менән уртаҡлаша алған өлкән быуын кешеләре тормошобоҙҙо йәмләй.

Мишкә районы Иштебай ауылында ла бар ундай шәхес – Бибизәкиә Арыҫланғәли ҡыҙы Хәмәҙинурова. Ошо арала өләсәй 101-се тыуған көнөн ҡаршылаған. Уның менән Мишкә районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәре аша таныштырҙылар.

Бибизәкиә Арыҫланғәли ҡыҙының тормош юлы – ысын мәғәнәһендә рух ныҡлығы тарихы. Ул тыл хеҙмәтсәне, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. Ауыр һуғыш йылдарында ла, тыныс ваҡытта ла колхозда тир түгә. Төп батырлығы иһә – ғаиләһе. Ул 10 бала үҫтерә, үҙенекеләр менән бергә тәрбиәгә алған балаларына ла әсә һөйөүен, хәстәрен бер тигеҙ бүлә. Әлеге көндә уның 21 ейән-ейәнсәре, 33 бүлә-бүләсәре һәм хатта бер тыуаһы бар.

Зирәклеген, үҙаллылығын юғалтмаған Бибизәкиә Арыҫланғәли ҡыҙы 99 йәшенә ҡәҙәр тыуған ауылында йәшәгән. Бөгөн инде ул Бөрө ҡалаһында ҡыҙы менән кейәүе янында ғүмер итә, яҡындары уны йылы хәстәрлек менән солғап алған. Әле лә зирәк аҡыллы ағинәй үҙенең тормош тәжрибәһе, үткәндәр тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаша, фәһемле кәңәштәрен бирә.

Ағинәйҙе 101 йәше менән ҡотларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Диана Моратбаева, Оло Шаҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Аллаяров һәм район ветерандар советы рәйесе Юлиә Балахнина килгән. Улар Бибизәкиә Арыҫланғәли ҡыҙына тотош район халҡы һәм район хакимиәте етәксеһе Лариса Александрованан ҡотлау һәм хөрмәт һүҙҙәре еткереп, бүләктәр тапшырған.

Бибизәкиә Арыҫланғәли ҡыҙына сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Сығанаҡ: Мишкә районы хакимиәтенең рәсми төркөмө.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Ағинәй 101 йәшен тултырған
Ағинәй 101 йәшен тултырған
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас