+21 °С
Болотло


Була бит шундай оҫта ҡуллы, аш-һыуға маһир хужабикәләр! Хәйбулла районының Вәлит ауылында уңған, тырыш оҫтабикәләр байтаҡ. Рәмзилә апай Баймөхәмәтова шуларҙың береһе. Аш-һыу оҫтаһы итеп белә уны ауылдаштары. Айырыуса һөт ризыҡтары - ҡорот, эремсектәре тәмле килеп сыға уның. Үҙенең буш ваҡытында ауылда уҙған төрлө мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмай ул.
Тормош иптәше Рафаэль ағай менән тиң-тигеҙ ғүмер кисергән өлгөлө ғаиләләрҙең береһе улар.
Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.