

Ҡыҙыл балыҡты дөрөҫ итеп тоҙлай беләһегеҙме? Ул магазинда һатылған кеүек тәмле килеп сыҡһын өсөн ябай рецепт тәҡдим итәбеҙ. Яңы йыл алдынан эшләп ҡарағыҙ, килеп сыҡһа, күрегеҙ ҙә тороғоҙ, ул байрам табыны түрендә булыр!
Кәрәк буласаҡ:
- ҡыҙыл балыҡ - 400 г.
Рассол өсөн:
- һыу – 20 сәй ҡалағы;
- көнбағыш майы – 12 сәй ҡалағы;
- тоҙ – өс сәй ҡалағы;
- шәкәр – 1,5 сәй ҡалағы.
Балыҡты таҙартабыҙ, һөйәктәрен алып ташлайбыҙ. Кәрәккәнсә туралған ҡыҙыл балыҡты һауытҡа һалабыҙ һәм рассолды ҡоябыҙ. Иң яҡшыһы пластик йәки быяла һауыт. 12 сәғәткә һауытҡысҡа алып ҡуябыҙ һәм тәмле балыҡ әҙер ҙә!
Фото: нейроселтәр ярҙамында эшләнде.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!