

Атаһы тәҙрәнән ырғытҡан бәләкәс ҡыҙҙың хәле нисек?
Мәскәүҙең Рәсәй балалар клиник дауаханаһы (РБКД) табиптары һүҙҙәренсә, ҡыҙ бала һөйләшә, атлай башлаған, ул үҙаллы уйнай һәм йылмая. Яңы йылды ул әсәһе һәм 7 йәшлек ағаһы менән өйҙә ҡаршы аласаҡ. Ғинуарҙа уны баш һөйәген төҙәтеү буйынса операция көтә.
“Баланы бында килтергән саҡта аяҡ-ҡулдары функцияларын үтәй алмай ине, ай ярымдан ғына элеккесә хәрәкәтләнә башланы. Хәҙер ул әсәһе менән етәкләшеп бер аҙ атлай, шулай уҡ ярҙамһыҙ ҙа бер нисә аҙымды үтә ала”, тип белдергән РБКД-ның нейрохирургия бүлексәһе невролог-табибы Ирина Рассказчикова.
Хәтерегеҙҙә булһа, фажиғә 9 октябрҙә Өфөлә булғайны. Атай булған әҙәм дүртенсе ҡаттағы фатирындағы әйберҙәрҙе, шулар менән бергә 4 йәшлек ҡыҙын да балкондан ергә атып бәрә. Уға ҡарата баланы үлтерергә маташыуҙа ғәйепләү буйынса енәйәт эше асылған һәм психологик-психиатрик экспертиза тәғәйенләнгән.
Фото: видеонан скриншот.РБКД.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!