

Бөгөн, Ватан геройҙары көнөндә, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының III Асыҡ төбәк-ара “Ватанға хеҙмәт итәм” белем биреү форумы асылды.
Был ҙур сараны Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы республика Мәҙәниәт министрлығы һәм “Башҡортостан” республика МХО-ла ҡатнашҡандарға ярҙам үҙәге” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторған.
Фестиваль быуындар бәйләнешен нығытыу, МХО-ла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү маҡсатын ҡуя.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың, Татарстандың, Удмуртияның, Мордовияның, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренең төрлө райондарыран 200-нән ашыу ғариза килгән.
"Ватан геройҙары – ҡулына ҡорал тотоп илен яҡлаған яугирҙәр генә түгел, ә һеҙ – барығыҙ ҙа” – тине Башҡортостандағы МХО ветерандары асссоциацияһы рәйесе Олег Ситдиҡов, форумды асыу тантаһында залда йыйылған үҫмерҙәргә мөрәжәғәт итеп. – Һеҙ барығыҙ ҙа яугирҙәр менән аралашыуҙан, форумдағы төрлө сараларҙан яңы белем алып ҡайтырһығыҙ тип ышанабыҙ”.
Конгресс-холдың ике ҡатында МХО-ла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, консультация биреү өсөн ваҡытлыса пункттар урынлаштырылғайны: республиканың төрлө ойошмаларынан килгән табиптар, адвокаттар, күсемһеҙ милек компаниялары, ипотека белгестәре һәм башҡалар форумға килгән күп кешене ҡабул итте. Форум барышында төрлө тематик майҙансыҡтар, үҫмерҙәрҙең геройҙар менән осрашыуҙары ойошторолдо, күргәҙмәләр эшләне, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.
“Ватанға хеҙмәт итәм” белем биреү форумы барышында гала-концерт та күрһәтеләсәк.
Автор фотолары.