Йәмғиәт
9 Декабрь 2025, 06:20

Каринэ Хәбирова ниндәй бүләк көтә?

Ул бәхеттең нимәлә икәнен әйтте. Тыуған көнөгөҙ менән, Каринэ Владимировна!

Каринэ Хәбирова ниндәй бүләк көтә?Каринэ Хәбирова ниндәй бүләк көтә?
Каринэ Хәбирова ниндәй бүләк көтә?

Бөгөн, 9 декабрҙә, Башҡортостан Башлығының ҡатыны, йәмәғәт эшмәкәре, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова тыуған көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан ул социаль селтәрҙәрҙә яҙма менән уртаҡлашты.

“Йыл һайын үҙемдең тыуған көнөмдә мин һеҙҙән үҙенсәлекле бүләк һорайым – шиңмәй, кәштәлә саңланмай һәм ваҡыт үтеү менән ҡиммәтен юғалтмай торған. Бәхетле булырға ынтылған, яҡын кешеләргә бәхет теләгән мөхиттә, бер-береңә ышаныстан тыуған бүләк.

Бөгөн мин үҙемдең ошо фотоһүрәтем менән уртаҡлашам. Унда шул ҡәҙәр бәхетлемен – Башҡортостандағы Свято-Георгиевск монастыры биләмәһендәмен. Ныҡлы инанғанмын: кеше Аллаһ Тәғәләһеҙ бәхетле була алмай. Беҙгә сиркәүгә, мәсеткә килергә кәрәк!

Быйыл беҙ Воскресенск Соборын тергеҙә башланыҡ. Күп йылдар төҙөлөштөң дауам итеүен көткән сиркәү ул. Ябай ғына бина түгел. Терәк-таяныс, көс урыны. Тыныслыҡ, рәхмәт әйтеү, өмөт менән килгән урын. Уны тергеҙеү, тимәк, кешеләр бәхетлерәк булһын өсөн мөхит бүләк итеү.

фонд-вс.рф

Ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт. Һеҙ донъяны яҡшыраҡ итәһегеҙ.

Бергәләп Рәсәйҙәге иң яҡшы эштәрҙең береһен тормошҡа ашырҙыҡ та инде: Уфимский хоспис

Йылылыҡ һәм тәрән хөрмәт менән, һеҙҙең Каринэ Хәбирова”, – тип яҙҙы республика Башлығының ҡатыны.

Каринэ Владимировнаны тыуған көнө уңайынан ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ.

Фото: К. Хәбированың сәхифәһенән.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас