

Йәрмәкәй районындағы Күпсәнәй тигән ауылды удмурттар төйәк иткән. Донъяларының төҙөклөгө һоҡландырҙы уларҙың. Ауылды матурлау йүнәлешендә эш туҡталмай. Беҙ барғанда һыу үткәргестәрҙе алмаштырыу буйынса ҙур саралар ҡуҙғатылғайны. Элекке торбаларҙы яңыға, замансаға алмаштырыу көн талабы.
Ауылдың иң матур йорттарының береһенә яҡынлашыуға хужабикә Надежда Аносова ҡаршы алды. Беҙ барғанда был йортта ҡаҙ өмәһе бара ине. Ике яҡлап та туғандар йыйылып, ҡаҙ эшкәртәләр. Ул арала беҙҙе күреп ғаилә башлығы Николай Иванович та килеп сыҡты.
“Ҡаҙ өмәһе” гөрләп тора. Мунсаның бер бүлмәһендә эште ойошторғандар. Береһе үтек менән бешекләп тора, башҡалар тиҙ-тиҙ генә йолҡа бара, ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Шаян һүҙ менән эштең ҡыйынлығы ла тойолмай. Ите генә түгел, ҡаҙҙың йөнөн дә әрәм итмәйҙәр. Йыуып, киптереп унан йомшаҡ мендәрҙәр әҙерләйҙәр.
– Эш бөткәс, ҡаҙ ите менән һыйланабыҙ, өмәселәргә ҡаҙ һурпаһында бешкән дөгө бутҡаһын ашатыу ҙа күптәнге йола. Һәр ваҡыт өмәгә йыйылып, барлыҡ эштәрҙе бергәләп башҡарабыҙ, – тип һөйләнеләр.
Был юлы ла өмәселәр тәмле бутҡанан ауыҙ итте. Бындай өмәләр туғанлыҡ ептәрен нығытыуы менән дә әһәмиәтле.
Әйткәндәй, был нәҫелдә интернационал ғаиләләр байтаҡ. Улар үҙ-ара татыу, берҙәм ғүмер итә.
Надежда – мордва, Николай – удмурт. Йәштән бер-береһен яратып, ғаилә ҡора улар. Хәҙер бергә йәшәүҙәренә лә 42 йыл. Был парҙың бер-береһен ҡәҙерләүе, йылы мөнәсәбәттә булыуы һоҡландырҙы. Ошо ауылда йорт һалып, тамырланып донъя көтә улар. Ихаталарындағы ҙур техникалар ултырыуы ла хужаларҙың уңғанлығын сағылдыра. Татыу ғаиләлә өс бала тәрбиәләп, оло тормош юлына сығанғандар, хәҙер инде биш ейәндәрен һөйөп үҫтерәләр.
Балалары ла үҙҙәренә ғүмерлек йәр итеп төрлө милләт вәкилдәрен һайлаған. Сыуашмы, удмуртмы – барыһы ла бер туғандай бер-береһенә терәк булып йәшәй.
Надежда Владимировна менән Николай Иванович бөгөн балаларынан изгелек күреп, уларҙың ихтирамын тойоп йәшәй икән, был уларҙың матур тәрбиә биреп үҫтереүен сағылдыра.
Ауылдарын яратып, йәнтөйәктәрен күтәреп ғүмер иткән был ғаиләгә киләсәктә лә тормоштарының ыңғай булыуын теләйбеҙ.
Автор фотолары.