

Әбйәлил районының Дәүләт ауыл советы депутаты Фәнүзә Дәүләтова хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Ҡушый ауылында йәшәгән Гөлшат Ишбирҙинаның йортонда Ҡаҙ өмәһе үткән. Күп йылдар Себер тарафтарында эшләп, тыуған ауылына ҡайтып төпләнгән Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы күпләп ҡош -ҡорт аҫраған.Хужабикәнең 97 йәшлек әсәһе лә уның тәрбиәһендә.
"Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы улы Руслан менән ата-әсәһенең йортон заманса матурлап эшләп, күп итеп ҡош-ҡорт үҫтереп гөрләтеп донъя көтәләр. Төп нигеҙгә
ҡунаҡҡа ҡайтҡан туғандарын һәр саҡ ҡәҙерләп ҡаршы алалар. Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙын ихлас, алсаҡ булғаны, ярҙам итергә әҙер торғаны өсөн ауылдаштары хөрмәт итә. Ауылда ойошторолған бөтә мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй ул. Шундай ауылдаштарым булғанда эшләүе лә, йәшәүе лә күңелле! Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙының ҡаҙҙарын "һә" тигәнсе таҙалап та ҡуйҙыҡ. Йырлашып йылға буйына ла барып ҡайттыҡ. Өмәселәргә хужабикә өҫтәл тултырып ризыҡ әҙерләп һыйланы, бүләктәрен дә бирҙе. Гел шулай бергә һәм берҙәм булып йәшәй ҡушыйҙар. Ил-йорттарыбыҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын," - тип яҙған клуб мөдире, Дәүләт ауыл Советы депутаты Фәнүзә Дәүләтова.
Фото һәм сығанаҡ: Фәнүзә Дәүләтова
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!