

Өфө ҡалаһында "Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы" республика йәмәғәт ойошмаһының XXIV съезы ойошторолдо. Шул иғтибарға лайыҡ, сара Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында уҙғарылды, шуның менән ул тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылды. Фойела бай йөкмәткеле фотокүргәҙмә эшләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың яҡташтарыбыҙҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыуы, республика етәксеһенең алғы һыҙыҡта һалдаттар менән осрашыуы, хәбәрселәрҙең яугирҙәр янында булыуы, шулай уҡ башҡа фронт яңылыҡтары менән дә танышырға мөмкин ине. Бынан тыш Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте китап сауҙаһы ойошторҙо.
Журналистарҙың съезы Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән асылды. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьевтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы. Улай ғына ла түгел, һөйләшеүгә рәсми кешеләр, депутаттар, хөрмәтле ҡунаҡтар һәм 200-ҙән ашыу делегат килгәйне.
Дәүләт ҡарамағындағы киң мәғлүмәт сараларында 2,5 меңдән ашыу кеше тир түгә. Республикабыҙҙа теле-радио каналдар уңышлы эшләй, муниципаль студияларҙың эше маҡтауға лайыҡ. Башҡортостанда алты телдә 146 гәзит-журнал нәшер ителә.
Махсус хәрби операция шарттарында медиатармаҡтың әһәмиәте күп тапҡыр артты. Журналистар тышҡы көстәрҙең мәғлүмәти һөжүменә уңышлы ҡаршы тора. Махсус хәрби операцияның беренсе көндәренән үк журналистар беҙҙең яугирҙәрҙең батырлыҡтарын әүҙем яҡтырта. Фронтҡа даими рәүештә Азат Саҙрыев, Айнур Кәбиров, Гүзәл Хәмитова, Вадим Исламов, Иван Шабрин, Ильяс Батыргәрәев, Эдуард Ҡусҡарбәков, Мөнир Ҡунафин, Артур Дәүләтбәков, Фәнис Гәрәев, Рәмил Мансуров, Лариса Абдуллина, Миләүшә Ҡаһарманова, Айнур Дәүләтбәков һәм башҡалар сыҡты. Башҡортостан - хәрби хәбәрсе тураһында закон ҡабул итеүсе беренсе төбәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән осрашҡанда ошо идеяны еткергәйне.
Мәҫәлән, хәрби хәбәрсе Азат Саҙрыев 2022 йылдан алып махсус хәрби операция биләмәһенә командировкала 369 көн булған, ә "Башҡортостан" телерадиокомпаниялар акционерҙар йәмғиәтенең автотранспорт цехы водителе Иван Шабрин унда 397 көн үткәргән.
Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан Рафиҡ Әхмәтшин, "Юлдаш" радиоканалынан Бәйтулла Фәтҡуллин һәм "Бельские просторы" журналынан Артур Тапаҡов кеүек журналистар дошманға ҡаршы һуғыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, доброволец булып контракт төҙөгән Венер Йыһаншин махсус хәрби операцияла үлде, ул Бөрө районында нәшер ителгән "Победа" гәзитенең баш мөхәррире ине.
Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышындағы журналистар шикелле, Башҡортостан хәбәрселәре лә ҡулдарына ҡорал алып, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды, үҙ сиратында, алғы һыҙыҡҡа ашыҡты. Рафиҡ Әхмәтшин, Бәйтулла Фәтҡуллин, Павел Самойлин, Артур Тапаҡов, Руслан Әхмәтйәнов һәм башҡалар - шуға асыҡ дәлил.
Башҡортостан журналистарының мәғлүмәти һөжүмде кире ҡағыуы – бәхәсһеҙ, һәр береһе юғары профессионализм өлгөһө. Улар дөрөҫлөктө яҙа, фронттағы хәл-торошто, объектив мәғлүмәтте, һалдаттарыбыҙҙың батырлыҡтарын халыҡҡа түкмәй-сәсмәй еткереп тора. Бынан тыш, мәғлүмәт һөжүме артынан төрлө янауҙар дауам иткәндә һәм көсәйгәндә, улар Башҡортостандың тын алышын дөрөҫ итеп яҡтырта.
XXIV съезд барышында Башҡортостан Журналистар союзының яңы Уставы ҡабул ителде, Башҡортостан Журналистар союзына яңы рәйес һайланды.
Шуныһы, съезд сиктәрендә хәрби хәбәрселәргә танытмалар тапшырыу тантанаһы тәүгә ойошторолдо, лайыҡлыларға дәүләт наградалары бирелде, иң-иңдәр Маҡтау ҡағыҙҙары алды.
Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы – Рәсәйҙә иң эре ойошмаларҙың береһе. Унда 1800 кеше иҫәпләнә, урындағы 81 ойошма эшләй. Республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында ете район-ара ижади берекмә бар. 2020 йылдан алып Башҡортостан Журналистар союзын "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррире Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡов етәкләй.
Биш йыл арауығында республикабыҙҙың Журналистар союзы илебеҙҙең төбәк союздары араһында ике тапҡыр тәүге өсәү иҫәбенә индерелде. Ә уға хәтлем, рейтингка ярашлы, союз 89 төбәк араһында тәүге егерме исемлегендә генә ине. Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары араһында 19 фән докторы, 59 фән кандидаты бар, 118 кешегә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелгән, 87 хәбәрсе республикабыҙҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исемен алған, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен 19 кеше йөрөтә. Улай ғына ла түгел, 15 кеше төрлө ваҡытта Рәсәй Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайланған. Шулай уҡ халыҡ артистары, рәссамдар, шағирҙар күп кенә, 15 ҡәләм оҫтаһы – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Журналистар союзы ағзаларының уртаса йәше – 52.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Матбуғат йортоноң унынсы ҡатында хәбәрселәр маскировка селтәре үрә, окоп шәмдәре яһай, хатта Нәшриәт йортоноң ихатаһында мунса мейестәре һәм буржуйкалар эшләй. Башҡортостандың медиайәмәғәтселеге заманса мәғлүмәт яланында – берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ өлгөһө. Ошо күркәм башланғысҡа Мәләүез, Баймаҡ, Ейәнсура һәм республикабыҙҙың бүтән райондары ла теләп ҡушылған.
Республика Башлығы Радий Хәбиров илебеҙ һәм республикабыҙ заманса үҫеш кисергәндә был һөнәрҙең мөһимлегенә баҫым яһаны.
– Бөгөн илебеҙгә мәғлүмәти һуғыш иғлан ителгәндә, төрлө алдаҡҡа, махсус хәрби операция геройҙарына бысраҡ яғылғанда, һеҙ дөрөҫлөктө яҡлайһығыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Бер һүҙ менән әйткәндә, алғы һыҙыҡта йөрөйһөгөҙ, оборонаның беренсе линияһында тораһығыҙ. Ябай булмаған шарттарҙа ялған мәғлүмәткә оҫта ҡаршы тора белергә кәрәк. Ысынында әле һуғыш барғанда журналистарҙың эше һәр йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, Башҡортостан Журналистар союзы – абруйлы ойошмаларҙың береһе. Рәсәй кимәлендә үҙенең урыны бар, һәр ваҡыт алдынғы. "Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Батырлыҡ" профессиональ премияһын иң-иңдәр ала. Киң мәғлүмәт сараларының төп маҡсаты – тормошобоҙҙо объектив яҡтыртыу.
– Беҙҙең бихисап яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә бурыстарына ныҡ яуаплы ҡарай, – тине Башҡортостан Башлығы. – Уларҙың намыҫ менән башҡарған эше журналистикала һәм әҙәбиәттә тулыһынса сағылыш тапһын ине. Хәбәрселәр даими рәүештә алғы һыҙыҡҡа сыға, Ватан һаҡсыларының ҡыйыулыҡтары хаҡында һөйләй һәм яҙа. Һеҙ командировкала саҡта ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ, шуның өсөн дә "хәрби хәбәрсе" тураһында закон ҡабул иттек. Был – статус һәм дәүләт ярҙамы саралары хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләй. Барыбыҙ өсөн дә иң мөһим теманы яҡтыртҡан журналистарға рәхмәтемде еткерәм.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Вәдүт ИСХАҠОВ, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе:
– Башҡортостан Журналистар союзы Рәсәйҙә һөҙөмтәле эшләүсе тәүге өсәү исемлегендә, беҙҙең өсөн ҙур еңеү ул. Беҙҙәге журналистар союзы даими үҫеш юлында – һуңғы биш йылда ғына 300 яңы кеше ағза итеп алынған, барыһы ла йәштәр. Дөйөм алғанда, союзда 1 800 кеше иҫәпләнә. Өлкәндәргә алмаш үҫә. Съезға тиккә генә йәш хәбәрселәрҙе саҡырманыҡ, был – уникаль күренеш. Азалия Фаздалова, Шәүрә Манапова, Гөлназ Манапова, Әмил Шәфиев, Зөлхизә Йосопова һәм Ислам Ғәлиәкбәров - шуға асыҡ миҫал. 2024 йылда Башҡортостан Башлығы Гранты ярҙамында, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның башланғысы менән, "Мин – йәш Шәһитсе" тигән медиамәктәп асылды. Йәш быуын бында ҡәләмен сарланы, ҡыҙ һәм малайҙар рус һәм башҡорт телдәрендә яҙа. "Аҡбуҙат" журналының хеҙмәткәрҙәре "Дети Донбасса" проекты өсөн Рәсәй Хөкүмәтенең премияһын алды. Балалар журналын ярҙамдан өҙмәгәне өсөн Владимир Соловьевҡа рәхмәт.
Радий Хәбиров ҡатнашлығында Сочи ҡалаһында "Вся Россия" форумы уҙҙы, "Медиайыйын" сараһы Башҡортостанда үткәрелә, республикабыҙ Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров журналистар менән даими осраша.
"Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Батырлыҡ" премияһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан булдырылды, ул илебеҙҙең бүтән бер субъектында ла юҡ. Махсус хәрби операция башланыу менән республикабыҙҙың Журналистар союзы ундағы ысынбарлыҡты яҡтыртыуға тотондо.
Радий Фәрит улының хәстәрлеге менән Шәһит Хоҙайбирҙин премияһының күләме арттырылды. Башҡортостан Журналистар союзы менән Донецк Халыҡ Республикаһы Журналистар союзы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Республикабыҙҙың Журналистар союзы тырышлығы менән хәбәрселәргә матди ярҙам күрһәтелә. Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында улар көс һынашты, бөтә быуын журналистарының клубы әүҙем эшләй. Өфө фән һәм технологиялар университетының (элек – Башҡорт дәүләт университеты) башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты төплө кадрҙар әҙерләй.
Ысынлап та, махсус хәрби операциялағы һалдаттар батыр ҙа һәм ҡаһарман да. Ризван Хажиев исемендәге йәмәғәт премияһы иң-иңдәргә тапшырыла.