Йәмғиәт
12 Декабрь 2025, 19:15

Рөстәм Нәбиев ҡәйнә менән ҡайныһына шәп бүләк яһаған!

Әйткәндәй, уларҙың бергә йәшәүҙәренә 44 йыл икән.

Рөстәм Нәбиев ҡәйнә менән ҡайныһына шәп бүләк яһаған!Рөстәм Нәбиев ҡәйнә менән ҡайныһына шәп бүләк яһаған!
Рөстәм Нәбиев ҡәйнә менән ҡайныһына шәп бүләк яһаған!

Башҡортостандың танылған блогеры Рөстәм Нәбиев ҡатыны Индираның әсәһе менән атаһын Мысырҙа ял итергә ебәргән. Был хаҡта блогер ҡайны һәм ҡәйнәһен ялдан ҡаршы алыуы тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итә.

“Аэропортта Индираның ата-әсәһен ҡаршыланыҡ. Беҙ уларҙы беренсе тапҡыр сит илдә ғаилә менән ял итергә Мысырға ебәргән инек. Ҡәйнәмдең быға тиклем Төркиәлә булғаны бар, ә ҡайным тәүге тапҡыр сит илгә барҙы. Хаҡлы ялдарында донъя күреү мөмкинлектәре тыуҙыра алыуыбыҙға шатбыҙ. Улар бит ғүмере буйы эшләгәндәр, ауылдан башҡа ер күрмәгән”,  - тип яҙа ул ҡәйнәһенә аҡ раузалар гөлләмәһен һуҙған видеояҙмаһында.

Ҡәйнәһе уға “рәхмәт,балаҡайым” ти, унан “һыуыҡ, хәҙер туңып үләбеҙ”, - тип йәһәтерәк автомобилгә инеп ултырырға ашыға.

Әйткәндәй, Рөстәм Нәбиевтың ҡәйнә һәм ҡайныһының бергә йәшәүҙәренә 44 йыл икән.

Бына бит шәп кейәүҙәре ниндәй иҫтәлекле бүләк яһаған! Ҡыш бабай бүләге, тиерһең дә!

Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас