Йәмғиәт
13 Декабрь 2025, 18:15

Һөйөү булған йортта балалар бәхетле

2026 йыл Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Илебеҙҙең көсө халҡында, татыу ғаиләләрендә. Һөйөү, йылылыҡ булған ерҙә балалар бәхет тойоп үҫә. Бындай ғаиләләр йәмғиәтебеҙгә ҡот, йәм өҫтәй. Шуларҙың береһе менән танышығыҙ:

Һөйөү булған йортта балалар бәхетлеҺөйөү булған йортта балалар бәхетле
Һөйөү булған йортта балалар бәхетле

Йәрмәкәй районының Күпсәнәй ауылында Гүзәлиә менән Алексей Матвеевтарҙың күп балалы интернациональ ғаиләһе менән таныштыҡ. Ауылдаштарының ғорурлығы улар. Был ғаиләлә биш бала үҫә: Матвейға – 14, Тимофейға – 12, Эмилияға – 11, Елисейға – 9, Гордейға – 3 йәш.

Гүзәлиә - татар ҡыҙы, Алексей - удмурт егете. Князевка ауылы ҡыҙы менән Күпсәнәй егетен дөйөм дуҫтары таныштыра. Ярты йыл дуҫлашып йөрөйҙәр һәм 2011 йылда өйләнешәләр. Ситтә бәхет эҙләп йөрөмәйҙәр, Күпсәнәйҙә төпләнеп донъя көтәләр.

–Ауыл еренда саф һауа, баҡсала үҫтергән йәшелсә-емеш үҙеңдеке. Туғандарҙың эргәлә булыуы ла һәйбәт. Ғөмүмән, беҙҙә халыҡ та яҡшы, берҙәм. Бер-береһенә ярҙам итергә торалар, – тип һөйләне Матвеевтар.

Балалар күмәк булғас, әлеге көндә ҙур йорт һала башлағандар. Йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ярҙам алыуға район хакимиәтендә сиратта ла тора ҙур ғаилә.   

Гүзәлиә әле балалар ҡарау, өй мәшәҡәттәре менән мәшғүл, Алексей Йәрмәкәй ауылында колхозда тракторсы булып эшләй.

Атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да милли байрамдарҙы белеп үҫә балалар. Пасха байрамын көтөп алалар. Был көндө бергәләп кулич бешерәләр, йомортҡа буяйҙар. Йолаға ярашлы, был байрамда барыһы ла бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә, Пасха йомортҡаларын тарата. Бәлеш, өсбосмаҡ, манты, бауырһаҡ яраталар, был ризыҡтарҙы балалар менән бергәләп әҙерләйҙәр.

“Ҡоймаҡты балалар үҙҙәре лә бик оҫта бешерә”, – ти ғорурланып әсәйҙәре. Өйҙә аралашыу теле күбеһенсә русса булһа ла, әсәйҙәре татар, атайҙары удмурт телен өйрәтергә тырыша. Телдәрҙе күберәк белеү, бала үҫешенә тик ыңғай йоғонто яһауын аңлай улар.

–Илебеҙҙә төрлө милләт халыҡтары йәшәүе, уларҙың һәр береһенең үҙ йолалары булыуы тураһында балаларыбыҙға ла һөйләйбеҙ. Һәр телдең үҙенсә матур булыуын да белеп үҫәләр.Үҙебеҙҙең ғаиләгә генә хас йолаларыбыҙ ҙа бар. Яңы йыл байрамын һәр ваҡыт ғаилә менән ҡаршылайбыҙ. Шыршы биҙәйбеҙ, бер-беребеҙгә бүләктәр таратабыҙ. Балаларҙың тырышып үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәре бигерәк тә ҡәҙерле. Өҫтәлдә лә үҙебеҙҙең яратҡан ризыҡтар урын ала. Һәр ваҡыт Яңы йыл өҫтәлендә ҡаҙ итенән манты әҙерләйбеҙ, күмәкләп  билмән эшләйбеҙ. Үҙебеҙҙең ғаилә рецебы буйынса духовкала бешкән ҡаҙҙы ла һәммәбеҙ ҙә ярата, – ти Гүзәлиә ханым.

Атай-әсәй өсөн иң ҙур ҡыуаныс – ул-ҡыҙҙарының уңыштары. Улар яҡшы уҡый, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнаша.

Эмилия һүрәт төшөрөргә ярата, малайҙар күберәк спортҡа ылыға. Эмилия башланғыс кластарҙа мәҙәниәт һарайында хореография менән шөғөлләнгән. Тимофей менән Елисей ҙа район үҙәгенә тхэквандоға йөрөгән.

–Ҡыҙым күберәк миңә ярҙам итә. Торт бешерергә ярата, яңы төр салаттар яһай. Улдарым атайҙарына булыша: малдарҙы, ҡаҙ-өйрәктәрҙе ашата. Яңы йортобоҙҙо төҙөгәндә лә улар атайҙарының уң ҡулы. Йәйге осорҙа күмәкләп баҡса үҫтерәбеҙ, – ти  хужабикә. 

Өлгө алып үҫерлек атай-әсәйҙәре булыуы менән бик бәхетле был ғаиләлә үҫкән сабыйҙар.

– Әсәйем - йорт хужабикәһе, ул һәр ваҡыт беҙгә тәмлекәстәр бешерә. Уның бөтә ризыҡтары ла тәмле килеп сыға. Атайыбыҙҙың ҡулы ла эшкә бик оҫта. Өйҙә нимәлер ватылһа, уны тиҙ генә йүнәтеп ҡуя, белмәгән эше юҡ. Шуға ла мин атайыма оҡшарға теләйем. Унан күп нәмәгә өйрәнеп үҫәм, – ти 14 йәшлек Матвей.  

Матвеевтар ғаиләһендә матур тәрбиә алып үҫкән балаларҙың  киләсәктә йәмғиәтебеҙҙең файҙалы кешеләре булыуына шик юҡ.

Фотолар “Йәрмәкәй хәбәрҙәре“ гәзитенән һәм ғаилә архивынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Һөйөү булған йортта балалар бәхетле
Һөйөү булған йортта балалар бәхетле
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас