Йәмғиәт
14 Декабрь 2025, 13:15

Был ҡатындың күҙе ныҡ ҡаты

Уның һоҡланыу-маҡтауҙарынан ҡурҡа башланым. Ә һеҙ ошондай осраҡтарҙа нисек һаҡланаһығыҙ? 

Был ҡатындың күҙе ныҡ ҡатыБыл ҡатындың күҙе ныҡ ҡаты
Был ҡатындың күҙе ныҡ ҡаты

“Ирем 45 йәшемә ювелир магазинына сертификат бүләк итте. Алтынға иҫем китеп бармай, шуға көмөш алырға хәл иттем. Матур ғына ҡыҙыл ҡашлы алҡа, балдаҡ һәм шундай уҡ таштан яһалған кулонлы сылбыр һайланым. Һатыусы: “Гранат – ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет ташы”, тип хуплап та ебәргәс, ҡыуанып һатып алдым.

Минең яңы биҙәүестәремде эштәге бер коллегам шунда уҡ абайланы. “Бигерәк матур! Был ниндәй таш?” тип һорай һалды. Ҡолағымдағы алҡамды тотоп-тотоп ҡараны.

Бер аҙна тағып өлгөрҙөммө-юҡмы, алҡамдың һыңарын юғалтып та ҡуйҙым. Эштән ҡайтып инһәм, бер алҡа юҡ. Урам буйында яулығымды рәтләп ябынам тигәндә, эләгеүен һиҙгәйнем, шунда төшөп ҡалғандыр инде. Икенсе көнө теге урынды барып ҡараным, әммә ундай нәмәне табып буламы инде? Етмәһә, ҡар яуып һалған ине.

Шунда уҡ баяғы коллеганың һоҡланыуы иҫкә төштө. Әлбиттә, яратып һатып алған әйберемде юғалтыу эсте бошорҙо. Шулай ҙа, “Ярай, күҙенең ҡатылығы миңә түгел, алҡаға төшөүе яҡшыраҡ та әле ул”, тип үҙемде тынысландырҙым. 

Икенсе юлы теге коллегам бүлмәләге сәскә атҡан гөлгә һоҡланып торҙо. Быға тиклем гөрләп үҫеп ултырған гөл бер нисә көндә күҙгә күренеп һулыны ла, кибеп, үлеп ҡуйҙы.

Ысынлап та ауыр ҡарашлы кешеләр булалыр, тип уйлап ҡуйҙым ошо ваҡиғаларҙан һуң. Ә һеҙ күҙ йәки һоҡ тейеүгә ышанаһығыҙмы? Нисек һаҡланаһығыҙ?”

Рита исемле ҡатындың төркөмгә яҙған хатынан.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас