“Өйҙә ҡалай ҙа бара, нимә кейһәм дә, нимә һөйләһәм дә, сөнки барыһы ла үҙемдең яҡын кешеләрем” тип уйлап хаталанабыҙ. Ғаилә этикеты – ул яҙылмаған ҡағиҙәләр, улар үҙ-ара гармониялы мөнәсәбәт тыуҙырырға булышлыҡ итә, бер-береңә ҡарата ышаныс, аңлашыу тәрбиәләй. Һөҙөмтәлә һәр ғаилә ағзаһы үҙен кәрәкле, ҡәҙерле итеп тоя.
Өйөгөҙҙә яҡшы мөнәсәбәт булһын тиһәгеҙ түбәндәге ҡағиҙәләргә ҡолаҡ һалығыҙ:
- Бер-берегеҙгә ҡысҡырмағыҙ, тауыш күтәрмәгеҙ.
- Бер-берегеҙҙән йылы һүҙҙәр йәлләмәгеҙ. “Рәхмәт”, “Ғәфү ит”, “Хәйерле иртә”, “Тыныс йоҡо!”, “Ашығыҙ тәмле булһын” тигән һүҙҙәр күңелегеҙҙе йылытыр.
- Үҙ-ара төрлө ҡушамат таҡмағыҙ.
- Һөйләшкәндә бер-берегеҙҙе бүлдермәгеҙ.
- Бер-берегеҙҙең шкафтарында, шәхси әйберҙәрендә соҡонмағыҙ, был ышанмауҙы аңлата.
- Байрамдарға бәләкәй генә бүләктәр биреп, бер-берегеҙҙе шатландырығыҙ.
Йылы һүҙ – йән аҙығы, тиҙәр. Ҡатын менән ир араһындағы йылы мөнәсәбәт тә ғаиләне нығыта, сөнки балалар ата-әсәһенә ҡарап йәшәргә өйрәнә, уларҙың өлгөһөндә үҫә.
Ҡатындарға кәңәштәр:
- Йортоңдо таҙа, бөхтә тот, сөнки был башҡа ғаилә ағзаларының кәйефенә лә йоғонто яһай.
- Ирең алдында уның туғандарын яманлама. Был кәңәш шулай уҡ ирҙәргә лә ҡағыла.
- Үҙеңә яңы кейем һайлағанда, прическаңды үҙгәрткәндә, әхирәттәреңдең, стилистарҙың кәңәштәрен генә тыңлама, иреңдең зауығына ла иғтибар ит. Тәүге сиратта уға оҡшарға тейешһең.
- Иреңдең кәйефе юҡ, нимәгәлер асыулы икән, был ваҡытта тыныслыҡ һаҡла, юҡ-бар менән йәненә теймә.
- Иреңдең серҙәрен һаҡлай бел. Башҡалар алдында уны тәнҡитләмә. Етешһеҙлеген сит кешеләргә һөйләмә.
- Иреңдең ҡулынан килмәгән, мөмкин булмаған нәмәне унан таптырма.
- Иреңдең фекерен һанламай, үҙеңдеке генә иң дөрөҫө тип раҫлама.
- Аҡсаңды, ниндәйҙер сығымдарыңды иреңдән йәшермә.
- “Телефоныңды ҡуйып тор” тип үтенһә, интернеттан айырыла алмай ултырма, иреңде тыңла. Тимәк, уның тап һинең менән һөйләшеп алаһы килә.
Ир-егеттәргә кәңәштәр:
- Өйҙә лә, ҡунаҡҡа барғанда ла ҡатыныңа пальтоһын алып бир.
- Ишектән үткәндә ҡатыныңды беренсе үткәр.
- Ашағанда китап йәки телефондан нимәлер уҡып ултырма.
- Ҡатының яңы күлдәк алһа, иғтибарһыҙ ҡалдырма, берәй йылы һүҙ әйтеп шатландыр.
- Байрам булмаһа ла, ҡатыныңды бәләкәй генә бүләктәр менән һөйөндөр.
Тормошта ҡағиҙә буйынса йәшәп булмай тиһәгеҙ ҙә, был кәңәштәребеҙҙең файҙаһы теймәй ҡалмаҫ. Һәр йортҡа ҡот, бәрәкәт теләйбеҙ.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!