Йәмғиәт
16 Декабрь 2025, 13:25

Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы премияһына “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” республика конкурсы лауреаттарын наградалау тантанаһы үткәрелде.

Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. ҠаһарманлыҡДөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ
Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы премияһына “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” республика конкурсы лауреаттарын наградалау тантанаһы үткәрелде.

Быйыл авторҙар һәм ижади коллективтар конкурсҡа 159 эш тәҡдим итте. Улар араһында мәғлүмәти, аналитик, публицистик материалдар, теле- һәм радиопрограммалар бар. Конкурстың эксперт советында биш номинация – “Дөрөҫлөк”, “Яуаплылыҡ”, “Ҡаһарманлыҡ”, “Йыл аҙымы” һәм “Һиҙгер йөрәк” – буйынса дүрт категорияла (республика баҫма киң мәғлүмәт саралары, ҡала һәм район баҫма киң мәғлүмәт саралары, теле- һәм радиожурналистика, селтәр нәшриәте) 20 еңеүсене билдәләнеләр.  

Лауреаттарға награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

“Бөгөн был республика журналистарының төп ижади ярышы булып тора”, – тине ул. – “Шуныһы мөһим, ғаризалар быйыл ике тапҡырға тиерлек артты, был иһә һеҙҙең әүҙемлекте һәм конкурстың абруйы ҙур булыуын күрһәтә. Беҙҙең заманда, социаль селтәрҙәге һәр кем яңылыҡтар авторы була алған шарттарҙа, һөнәри журналистика “хәҡиҡәт һәм объективлыҡ үлсәме” булыуын дауам итә. Һеҙ яңылыҡтар тыуҙырып ҡына ҡалмайһығыҙ, ә “көндөң дөйөм күренешен” төҙөйһөгөҙ, республиканың меңдәрсә кешеһенең йәмәғәт фекерен булдыраһығыҙ. Уларҙың йөрәгенә мөһим ваҡиғаларҙың тойғоло баһаһын һалаһығыҙ, социаль оптимизмды нығытаһығыҙ.

Республика Башлығы киң мәғлүмәт сараларының конструктивлыҡты, тәнҡит фекерләүен, кешеләр өсөн иң мөһиме булған ваҡиғаларҙы яҡтыртыуға ынтылышты һаҡлап ҡала алыуын билдәләне.

“Һеҙ сюжеттарҙа республика халыҡтарының телен һәм мәҙәниәтен яҡлау саралары, ҙур һәм татыу ғаилә булдырыуҙың мөһимлеге тураһында һөйләйһегеҙ. Яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, социаль үҙәктәр асылыуы тураһында кешеләргә оператив мәғлүмәт еткерәһегеҙ”, – тине ул.

Мәғлүмәттең көн тәртибендәге айырым тема – махсус хәрби операцияға, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам.

“МХО барған осорҙа һеҙ йөҙҙәрсә сюжеттар, репортаждар, алғы һыҙыҡтан реаль тарихтар әҙерләнегеҙ. Быйыл беҙҙең республика илебеҙҙә беренсе булып хәрби хәбәрселәр тураһындағы закон ҡабул итте. Беҙ уларҙың статусын, ярҙам саралары тәртибен билдәләнек, үткә аҙнала тәүге танытмаларҙы тапшырҙыҡ”, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас