Йәмғиәт
17 Декабрь 2025, 07:00

"Башҡорт хужабикәһе" йәнә операция яһатҡан

Тәүҙә ул ябыҡты, хәҙер йәш һәм матур буласаҡ

"Башҡорт хужабикәһе" йәнә операция яһатҡан"Башҡорт хужабикәһе" йәнә операция яһатҡан
"Башҡорт хужабикәһе" йәнә операция яһатҡан

Блогер Миләүшә Шәйхисламова ошо көндәрҙә йәнә операция өҫтәленә ятты. Бынан бер нисә ай элек ул Дағстанда ашҡаҙанын кесерәйтеү буйынса операция эшләтте. Һәм, ысынлап та, шаҡтай ныҡ ябыҡты. Шуға күрә йөҙөндә тәрән йыйырсыҡтар барлыҡҡа килде. Күптәргә был оҡшаманы һәм блогерға төрлө насар һүҙҙәр яҙыусылар ҙа табылды. Ниһайәт, Миләүшә пластик операция яһатырға риза булды һәм ошо көндәрҙә уға тәжрибәле табиптар "матурлыҡ һәм йәшлек" операцияһы эшләне.

Был юлы ла блогер үҙенең булмышына тоғро ҡалды: операторы Урал операцияны тулыһынса төшөрҙө һәм тәүгеләрҙән булып телеграм каналына ҡуйҙы. Стористарҙан күренеүенсә, Миләүшә наркоздан бик ауыр сыҡҡан, әммә иҫенә килгәс тә: "Урал, барыһын да төшөрә алдыңмы?" тип һораған. Был хаҡта уның янындағы шәфҡәт туташтары ла, табиптар ҙа һөйләп, блогерҙы көлдөрөп тә алдылар.

Әйткәндәй, "Башҡорт хужабикәһе"нең операцияһы уңышлы үткән, әле үк уның йөҙөндә үҙгәрештәр күренә. Тиҙҙән беҙ ябыҡ һәм матур, нәзәкәтле һәм сибәр, шаян һәм шуҡ башҡорт блогерын күрәсәкбеҙ. Яңы йылға Миләүшә Шәйхисламова үҙенә бик шәп бүләк яһаған: бер нисә йылға йәшәргән!

Фото: видеонан скриншот

 Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
"Башҡорт хужабикәһе" йәнә операция яһатҡан
"Башҡорт хужабикәһе" йәнә операция яһатҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас