Йәмғиәт
17 Декабрь 2025, 12:30

Үткән быуаттан – бөгөнгө заманға

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Бөтә Рәсәй  һуҡырҙар йәмғиәтенең “Үткән быуаттан – бөгөнгө заманға” тип аталған форум үтте

Үткән быуаттан – бөгөнгө заманғаҮткән быуаттан – бөгөнгө заманға
Үткән быуаттан – бөгөнгө заманға

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Бөтә Рәсәй  һуҡырҙар йәмғиәтенең “Үткән быуаттан – бөгөнгө заманға” тип аталған форум үтте.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең дүртенсе Бөтә Рәсәй социаль-реабилитация форумы  ошо йәмғиәт составындағы Башҡортостан Республика йәмәғәтселек ойошмаһының 100 йыллығына арналды.

Форумда Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте президенты Владимир Сипкин, йәмғиәттең 75 төбәк ойошмаһы вәкилдәре һәм башҡалар – яртыһынан ашыуы I-II төркөм инвалидтарынан торған 250 кеше ҡатнашты.

Руслан Хәбибов форумда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү сәләмен еткерҙе.

“Был сараға күптән әҙерлек бара ине”, – тине ул. – “Бер быуатлыҡ юбилейҙы лайыҡлы билдәләргә кәрәк, әлбиттә. Беҙҙең төбәк өсөн ул әһәмиәтле ойошма булып тора. Шуға күрә беҙ республика өсөн генә түгел, ә бөтә Рәсәй өсөн билдәле булған конгресс-холда йыйылдыҡ. Бында бик күп халыҡ-ара йыйындар үткәрелә”.

Сараны асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Хөкүмәте менән Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Пленар ултырышта  медик-социаль экспертиза, традицион конфессияларҙың ярҙамы,  адаптив физик культура буйынса белгестәр әҙерләү һәм башҡа темалар буйынса фекер алышыу барҙы.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас