Йәмғиәт
18 Декабрь 2025, 12:00

Конкурс дауамлы булһын

Һөнәребеҙҙең  мөһимлеген  сағылдыра ул  

Конкурс дауамлы булһынКонкурс дауамлы булһын
Конкурс дауамлы булһын

Республикабыҙҙа хеҙмәт кешеләрен данлауға, төрлө һөнәр эйәләрен күтәреүгә ҙур иғтибар бирелә. Яңы йыл алдынан Өфөлә журналистика өлкәһендәге   “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” республика конкурсының еңеүселәрен ҡотлау ҙа  быға дәлил.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында Башҡортостан Башлығы премияһының икенсе республика конкурсы лауреаттарын  республикабыҙ етәксеһе  Радий Хәбиров тәбрикләне.

2025 йылда авторҙар һәм ижади коллективтар конкурсҡа 159 эш тәҡдим итте. Улар араһында мәғлүмәти, аналитик, публицистик материалдар, телевидение һәм радио тапшырыуҙары бар. Конкурстың эксперт советы ултырышында дүрт категория буйынса еңеүселәр билдәләнде. Улар – республика, шулай уҡ  ҡала һәм район баҫма киң мәғлүмәт саралары, теле- һәм радиожурналистика, селтәр баҫмалары. Еңеүселәр   “Дөрөҫлөк”, “Яуаплылыҡ”, “ Ҡаһарманлыҡ” , Йыл эше”, “Һиҙгер йөрәк”  номинациялары буйынса билдәләнде.

 –Бөгөн республика журналистары өсөн был конкурс төп ижади бәйге булып тора. Шуныһы мөһим, быйыл унда ҡатнашыуға ғариза биреүселәр ике тапҡырға тиерлек артты. Был һеҙҙең әүҙемлекте күрһәтә, – тине төбәк етәксеһе награда тапшырғанда. –  Әлеге көндә социаль селтәр менән файҙаланыусы һәм кем тиерлек яңылыҡтар авторы була ала, шулай ҙа һөнәри журналистика дөрөҫлөк һәм объективлыҡ үлсәүе булып ҡала. Һеҙ яңылыҡтар булдырып ҡына ҡалмайһығыҙ, көндөң дөйөм картинаһын тыуҙыраһығыҙ, республикала йәшәгән меңәрләгән кешенең йәмәғәт фекерен формалаштыраһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта   социаль оптимизмды нығытаһығыҙ, киләсәккә ышаныс уятаһығыҙ.

Радий Фәрит улы төбәктең киң мәғлүмәт сараларының конструктивлыҡ, халыҡ өсөн иң мөһим мәсьәләләрҙе яҡтыртыуға маҡсатланыуын да иғтибарға алды.

– Һеҙ үҙегеҙҙең сюжеттарҙа республика халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәтенә ярҙам саралары, традицион ҡиммәттәрҙе нығытыу, ҙур һәм ныҡлы ғаилә булдырыу мөһимлеге тураһында һөйләйһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта юлдарҙағы хәүефһеҙлек, һаулыҡ мөмкинлеге сикле кешеләргә ярҙам, халыҡҡа финанс грамоталылыҡ тураһында ла аңлатаһығыҙ.Иҡтисадыбыҙ, фән, белем биреү, яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар, ФАП-тар, фәнни лабораториялар, социаль үҙәктәр  асыу тураһында яҙаһығыҙ.

 Махсус хәрби операцияға, яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү темаһын да журналистарыбыҙ әүҙем яҡтырта.

– Махсус хәрби операция барған дүрт йылға ваҡыт эсендә алғы һыҙыҡтан 100-ләгән сюжет, репортаждар, аныҡ тарихтар әҙерләнегеҙ. Был йәһәттән БЮТ-тағы “Ватан һаҡсылары” тигән программаны, “Минең атайым” телевизион конкурсын, махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең әсәйҙәрен һәм ҡатындарын берләштереүсе “Әсәй” проекты”н  билдәләп үтер инем. Быйыл беҙҙең республика илдә беренсе булып хәрби хәбәрселәр тураһында закон ҡабул итте. Беҙ уларҙың статустарын , ярҙам саралары тәртибен билдәләнек, – тине Радий Хәбиров.

Шул уҡ ваҡытта төбәк етәксеһе бер нисә мөһим тематик проекттарҙы билдәләне. Улар иҫәбендә “Башҡорт каникулдары”, “Бәхет биләмәһе”, “Рәсәй патриоты” һәм “Башҡортостан генералдары” документаль фильмдары циклы бар.

 Тантананың иң күркәм өлөшө еңеүселәрҙе бүләкләү ине. Быйылғы конкурстың лауреаттары араһында “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан бүлек редакторы Гөлшат Ҡунафина ла бар. Ул “Һиҙгер йөрәк” номинацияһында еңеү яуланы.

– Беҙҙең журнал электән ҡатын-ҡыҙҙарҙың дуҫы, кәңәшсеһе булған. Әле лә шул йүнәлештә эшләп килә. Һәр бер мәҡәләбеҙҙе йөрәк аша, күңел аша үткәреп яҙабыҙ. Беҙҙең республикала иҫ киткес гүзәл заттар йәшәй. Улар үҙ һөнәренең оҫтаһы, лайыҡлы улдар, ҡыҙҙар тәрбиәләгәндәр, шул уҡ ваҡытта етәкселек бурысын да лайыҡлы башҡаралар. Ошондай ҡатын-ҡыҙҙар тураһында яҙыу икеләтә ҡыуаныс. Бөгөнгө байрамда ҙур тулҡынланыу кисерәм. Беҙҙең хеҙмәтте ошолай юғары баһалағандары өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтемде белдерәм, – тине ул.

Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите  хәбәрсеһе Гөлнара Күсәрбаева ла булды тәбрикләнеүселәр араһында.

– Быйыл район һәм ҡала гәзиттәренә айырым категория булдырылды. Шуға күрә был  конкурста ҡатнашып ҡарарға батырсылыҡ иттем. “Ҡатын-ҡыҙҙар ҡаһарманлығы” темаһына арналған мәҡәләләр циклымды “Һиҙгер йөрәк” номинацияһына тәҡдим иттем. Ошо номинацияла еңеүсе булыуыма бик шатмын. Конкурсҡа биш мәҡәлә бирергә мөмкин ине. Тәүге геройым  Бөйөк Ватан һуғышы яугиренең 18 йәшендә тол ҡалған ҡатыны. Ул  ҡабат  бер ҡасан да кейәүгә сыҡмай, ғүмер буйы иренә тоғро ҡалған. Был мәҡәләмде мин “Ҡатын-ҡыҙ тоғролоғона һәйкәл” тип атаным. Ҡалған геройҙарым –  махсус хәрби операцияға ҡатнашлығы булған ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙың береһе – хәрби госпиталдә эшләгән шәфҡәт туташы, икенсеһе – улы өлөшләтә мобилизацияға эләккәндән һуң үҙен ирекмәнлек эшенә бағышлаған яугир  әсәһе. Тағы ла бер геройым – яугир ҡатыны, тормош иптәше махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғала, ҡатын һынауҙар алдында юғалып ҡалмай, ирекмәндәр сафында, еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.

Үҙем ҡатын-ҡыҙ булараҡ, миңә  гүзәл зат  психологияһы ныҡ яҡын. Махсус хәрби операция башланыу менән ошо темаға арналған мәҡәләләр яҙа башланым. Гүзәл заттың булмыштарын, хис-тойғоларын асырға тырышам, аяуһыҙ тормоштоң уларҙың йөрәктәрен ҡатырмауы, сыныҡтырыуы тураһында артабан да яҙырға теләгем ҙур.  

“Юлдаш” радиоһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Зөһрә Арсаеваның да был байрамда ҡатнашыуының үҙ сәбәбе бар. Был конкурста уның тормош иптәше – бөгөн махсус хәрби операцияла йөрөгән, “Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкы яугире, билдәле журналист  Рафиҡ Әхмәтшин “Йыл эше” номинацияһында еңеү яуланы. Уның наградаһы ҡатынына тапшырылды.

– Был награданың хужаһы, тормош иптәшем  Өфөнән ике мең километр алыҫлыҡта, фронттың Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хеҙмәт итә. Ул хәрби бурысын да намыҫ менән үтәй,  шулай уҡ  журналист булараҡ репортаждар эшләй, “Башҡортостан” полкы яугирҙәренең ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы  менән  халыҡты таныштыра. Беҙ, мин һәм балаларым, уның менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ. Ул ил һағына баҫты һәм үҙенең һөнәри эшен дә намыҫлы үтәй. “Башҡортостан” полкында,  башҡа батальондарҙа хеҙмәт иткән бөтә яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар – ысын патриоттар. Улар Радий Фәрит улына бик рәхмәтле, сөнки беҙҙең республикабыҙ яугирҙәргә, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә ныҡлы ярҙам күрһәтә.

Был буш һүҙҙәр генә түгел. Быйыл миңә журналист , шулай уҡ ирекмән булараҡ ике тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһендә булырға тура килде. Яугирҙәр менән аралашып, уларҙың ошо һүҙҙәрен еткерәм. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы – иң легендар хәрби берләшмәләрҙең береһе, уның геройҙары бик күп. Яугирҙәр, ысынлап та, хәстәрләнгән. Уларға Башҡортостан халҡы ныҡлы ярҙам итә. Халыҡтың берҙәм булыуы беҙҙең егеттәргә көс-дәрт бирә.     Был премия өсөн республикабыҙ етәксеһе Радий Фәрит улына рәхмәт. Был беҙгә , беренсенән, ҡанаттар ҡуя, икенсенән,  үҫеш мөмкинлеге бирә, өсөнсөнән абруйлы һөнәри оҫталыҡ ярышы булып тора. Үҙем был премияның беренсе лауреаты. Былтыр махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған “Ил улдары” тапшырыуы менән “Ҡаһарманлыҡ” номинацияһында бүләкләндем. Быйылғы еңеүселәрҙе лә ихлас күңелдән ҡотлайым, – тигән ихлас теләктәрен әйтте Зөһрә Фәнил ҡыҙы.

Журналистарҙың һөнәрен данлаған, уларҙың эшенең мәртәбәһен күтәргән конкурс дауамлы булһын.

  Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:

– Конкурсҡа бындай исемде юҡҡа ғына бирмәнек. Ошо критерийға тап килгән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә был премия тапшырыла. Булған ваҡиғалар тураһында дөрөҫ һәм объектив итеп яҙғандар, һәр һүҙ өсөн яуап биргәндәр уға лайыҡлы. Дөрөҫөн әйтеү еңел түгел. Ысын журналистика нигеҙҙәренә ныҡлы таянып, улар был эште башҡара. Быны беҙ баһалайбыҙ – уларҙы хөрмәт итәбеҙ, үҙебеҙҙең партнерҙар тип иҫәпләйбеҙ.  

 

 Владимир СОЛОВЬЕВ, Рәсәй Федерацияһының Журналистар союзы рәйесе:

– Өфөлә йыш булам. Радий Хәбиров журналистика өлкәһендә “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсын иғлан иткән сарала мин дә ҡатнаштым. Күптән түгел йәнә Өфөлә  Башҡортостандың Журналистар Союзы съезында булырға тура килде.   Унда сығыш яһап, Радий Фәрит улына журналистар йәмәғәтселеге исеменән киң мәғлүмәт сараларына дөрөҫ мөнәсәбәте өсөн рәхмәтемде белдерҙем, сөнки республика етәкселеге һәм киң мәғлүмәт саралары араһындағы үҙ-ара бәйләнеш буйынса Башҡортостан күп нимәлә алдынғылыҡты биләй. Бик күп баҫма киң мәғлүмәт саралары эшләй, улар өлкәндәр өсөн генә түгел,   йәштәр, балалар  өсөн дә хеҙмәт итә. Телеканалдар бар, һәләтле журналистар әүҙем рәүештә фронтҡа юллана, репортаждар әҙерләй, конкурстарҙа ҡатнаша. Әлбиттә, “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ”  кеүек премия  журналистар берләшмәһенең үҙен нисек күрһәтеүен, республика етәкселегенең уға мөнәсәбәтен сағылдыра.

 

Шамил ВӘЛИЕВ, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың граждандар йәмғиәте институттары, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесенең беренсе  урынбаҫары:

–  Төрлө медиаконкурста жюрила эшләү тәжрибәм ҙур. Федераль, төбәк кимәлендәге сараларҙа ҡатнашҡаным булды. Сағыу мәҡәләһе менән айырылып тороусыларҙың барыһын да билдәләү йәһәтенән һәр ваҡыт ҡыйынлыҡтар булды.  

Әлеге конкурсҡа күп материалдар ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан,  20 коллеганы һәм ижади төркөмдәрҙе ҡотлау, бүләкләү мөмкинлеге булыуына шатландым. Ошо рәүешле Радий Хәбиров дәүләт конкурсы ярҙамында намыҫлылыҡ, илһөйәрлек, кешелеклек сифаттарына өҫтөнлөк бирҙе.

Бүләкләү тантанаһы бер юлы ғорурлыҡ һәм шатлыҡ кисерештәренә бай булды. Материалдарҙың яртыһынан күбеһе махсус хәрби операцияға, яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә  ҡағылышлы ине. Ире Рафиҡ Әхмәтшин өсөн Зөһрә Арсаеваны   бүләкләгән мәлде телефонға  төшөрөргә тура килде. Был яҙманы уға реаль режим ваҡытында “Башҡортостан” полкына ебәрҙем. Яугир уны күрҙе һәм  виртуаль  ҡул ҡыҫҡан һүрәтте яуап итеп ебәрҙе. Хәҙер беҙ яугирҙе тыуған яғына ҡайтып, республиканың төп журналистар конкурсы еңеүселәр китабында ҡул ҡуйырын көтәбеҙ.

 

Фото: Башинформ.

   

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас