

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Башҡортостан Журналистар союзының эшенә ифрат юғары баһа биргән. Әйткәндәй, Владимир Геннадьевич Өфөлә "Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы" республика йәмәғәт ойошмаһының XXIV съезында ҡатнашҡайны.
– Илебеҙҙәге шикелле, беҙҙә лә 89 бүлексә бар, – тип фекерен белдерҙе Владимир Соловьев. – Шулар араһында һәр ваҡыт тәүге егермене билдәләйбеҙ. Башҡортостан Журналистар союзы иһә һәр ваҡыт тәүге егерме исемлегенә инә, ул иң алдынғы позицияла. Был - бик яҡшы күрһәткес. Беҙ һәр ваҡыт улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.
Владимир Геннадьевич билдәләүенсә, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов - яҡшы етәксе, ә Башҡортостандағы бүлексә илдәге иң ҙуры.
Съезда, киң мәғлүмәт сараларына дөрөҫ ҡараш булдырғаны өсөн, Владимир Соловьев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтен еткерҙе.
– Башҡортостан медиатармағы иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә, унда үҙ эшенең оҫталары эшләй, – тине Владимир Соловьев. – Дәүләт ҡарамағындағы киң мәғлүмәт сараларында 2,5 меңдән ашыу кеше тир түгә. Республикабыҙҙа теле-, радио каналдары уңышлы эшләй, муниципаль студияларҙың эше маҡтауға лайыҡ. Башҡортостанда алты телдә 146 гәзит-журнал нәшер ителә.
Фото: Башинформ.