

Яңы биҫтә заманса юл талап итә
Өфө ҡала хакимиәтенең Ситуациялар үҙәгендә баш ҡаланың Пугачев урамын реконструкциялауға арналған брифинг үткәрелде.
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтәнең Киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш идаралығы – матбуғат хеҙмәте етәксеһе Тәлғәт Зәйнуллин алып барған был сарала журналистар алдында Өфө ҡала хакимиәтенең Төҙөлөш, юл ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралығы етәксеһе Константин Паппе менән “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең етештереү буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Артур Асаев сығыш яһаны һәм хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
Пугачев урамы ҡаланың төп артерияларының береһе булһа ла, уны яңыртыу һәм уңайлыраҡ итеү проектын тормошҡа ашырыу оҙаҡҡа һуҙылды. Был тотҡарлыҡты спикерҙар финанслауҙың ваҡытында булмауы һәм оло юл үтәсәк йүнәлештә шәхси йорттарҙың күплеге, уларҙың хужалары менән килешеүҙәр төҙөүҙең ҡатмарлы булыуы менән аңлатты.
Генераль подрядсыһы “Башкиравтодор” булған был юлдағы эштәр 2022 йылдың апрелендә башланғайны, уның оҙонлоғо 2,5 километр тәшкил итә.
Реконструкция урамды тамырынан үҙгәртәсәк:
“машиналар үтеү юлы дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтелә һәм улар араһында хәүефһеҙлек һыҙаты ла буласаҡ. Был иһә объекттарға инеү юлы төп ағымға ҡамасауламаһын өсөн эшләнә”;
“урамдың тарихында тәүге тапҡыр ямғыр һыуы өсөн канализация булдырыласаҡ”;
“инженерлыҡ селтәре һәм яҡтыртыу тулыһынса яңыртыласаҡ”.
Эштең тәүге этабы (Ағиҙел урамынан Сочи урамына саҡлы өлөшө) 85 процентҡа әҙер, икенсе этабы (Ағиҙел урамынан Генерал Рыленко урамына саҡлы) 70 процентҡа әҙер. Бөтә ремонт киләһе йыл уртаһына тамамланырға тейешле.
Автор фотоһы.