Йәмғиәт
20 Декабрь 2025, 08:00

Еңел генә әҙерләнгән салатты Яңы Йыл табынына эшләгеҙ

Гөлнора Йәмилева яҡындарын йыш ҡына ошо ризыҡ менән һыйлай

Еңел генә әҙерләнгән салатты Яңы Йыл табынына эшләгеҙЕңел генә әҙерләнгән салатты Яңы Йыл табынына эшләгеҙ
Еңел генә әҙерләнгән салатты Яңы Йыл табынына эшләгеҙ

Ишембай ҡалаһында йәшәүсе, “Торатау” гәзитенең һәләтле журналисы Гөлнора Йәмилева  тәмле салат рецебы менән уртаҡлашты. Өҫтәл әҙерләгәндә ҡыҙҙары һәр ваҡыт ҙур ярҙамсы. Шуға уларға мул табын әҙерләүе ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.

– Был салат беҙҙең ғаиләлә иң яратҡан салаттарҙың береһе. Бының өсөн 200 гр тирәһе тауыҡ филеһы, 150 гр консерваланған ананас, һыуҙа бешкән 4 йомортҡа, 100 гр “Дружба” сыры, 100 гр консерваланған кукуруз, майонез, биҙәү өсөн укроп һәм консерваланған зәйтүн емеше (маслина) кәрәк буласаҡ.

Бешкән тауыҡты ваҡ итеп шаҡмаҡлап киҫеп йәлпәк тәрилкәгә һалабыҙ һәм өҫтөнә аҙ ғына тоҙ һибеп майонез яғабыҙ. Икенсе ҡатҡа туралған ананас, өсөнсөгә эре ҡырғыста үткәрелгән сыр һалып өҫтөнә майонез һылайбыҙ. Артабан кукуруз һәм эре ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа ағы ҡырып һалабыҙ. Өҫтөнә майонез һылап ваҡ ҡырғыстан ҡырылған йомортҡа һарыһы һалына.

Салат йөҙөк формаһында киҫелгән зәйтүн емеше һәм укроп менән биҙәлә. Барығыҙға ла тәмле аштар!

Фото: Гөлнора Йәмилеваныҡы.

 

Еңел генә әҙерләнгән салатты Яңы Йыл табынына эшләгеҙ
Еңел генә әҙерләнгән салатты Яңы Йыл табынына эшләгеҙ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас