

Атаһы тәҙрәнән ташлаған ҡыҙ ни хәлдә?
Иң яҡын кешеһе ҡулынан фажиғәгә тарыған өс йәшлек ҡыҙҙы Өфөгә алып ҡайтҡандар, әле ул реабилитация үтә. Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр иткән. Невролог, офтальмолог, ортопед һәм хирургтың планлы консультациялары планлаштырылған.
Ошоға тиклем ҡыҙ Мәскәүҙә Рәсәй балалар клиник дауаханаһында дауаланған. Шунда пациентты аяғына баҫтырғандар, ул үҙаллы атлай башлаған. Телмәре лә тергеҙелгән, әүҙемлеге үҫешкән, ҡыҙ элеккесә аңлатып һөйләй ала, аралашыуға бара, йылмая, үҙаллы уйнай.
Фажиғәле хәл быйыл 9 октябрҙә булғайны. 34 йәшлек ир күп фатирлы йорттоң дүртенсе ҡатындағы фатир тәҙрәһенән үҙ ҡыҙын ергә ташлай. Ныҡ ауыр хәлдәге балаға тәүҙә Өфөнөң 17-се дауаханаһында операция яһайҙар, һуңынан Мәскәүҙәге Рәсәй балалар клиник дауаханаһына күсерәләр.
Фото: РДКБ