Йәмғиәт
22 Декабрь 2025, 10:30

Баш архитекторҙар үҙ эштәрен яҡланы

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары кампусында Башҡортостан муниципалитеттарының баш архитекторҙарының квалификация эштәрен яҡлау үткәрелде

Баш архитекторҙар үҙ эштәрен яҡланыБаш архитекторҙар үҙ эштәрен яҡланы
Баш архитекторҙар үҙ эштәрен яҡланы

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары кампусында Башҡортостан муниципалитеттары баш архитекторҙарының квалификация эштәрен яҡлау үткәрелде.

Был сара алдынан туғыҙ ай уҡыу барҙы  – 2025 йылдың февраленән район архитектура идаралыҡтары етәкселәре ҡала төҙөлөшө өлкәһендәге ҡануниәт үҙгәрештәрен, биләмәләрҙе үҫтереүҙең заманса концепцияларын өйрәнде.

“Белем алыу, булғандарын системаға һалыу, үҙгәрә барған ҡануниәткә ҡарап уларҙы яңыртыу һәр саҡ файҙалы. Баш архитекторҙың эше – ҡаланың тышҡы йөҙө генә түгел, ә, барыһынан бигерәк, ҡала төҙөлөшө документацияһы һәм үҫеш стратегияһы”, – тине Өфөнөң баш архитекторы Руслан Хәйруллин.

Квалификация эштәрен тикшереү комиссияһына Өфөнөң баш архитекторы Руслан Хәйруллин, Республика ҡала төҙөлөшө үҙәге етәксеһе Наил Ғирфанов, Өфө дәүләт нефть университетының архитектура кафедраһы профессоры Валерий Сәфәров, БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө органдары эшмәкәрлеген көйләү бүлеге етәксеһе Дарья Капорская инде.

Биләмәләрҙе үҫтереү буйынса үҙ стратегик ҡараштары тураһында Краснокама, Иглин, Нуриман, Тәтешле, Ҡыйғы, Благовещен муниципаль округтарының баш архитекторҙары сығыш яһаны.

Фото: Өфө юғары уҡыу йорттары кампусы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас