Танылған йырсы Хәниә Фәрхиҙең әсәһе - Фәниә инәй ҙә 96 -сы йәшендә вафат булған. Был хаҡта йырсының ҡустыһы Нурисламдың ҡыҙы Миләүшә хәбәр иткән. Инәй һуңғы йылдарҙа төпсөк ҡыҙы Фирүзә ғаиләһендә Тәтешлелә йәшәгән.
"Өләсәйебеҙ бик матур ғүмер һәм күркәм ҡартлыҡ кисерҙе. Йәй көнө генә түшәккә ятты, һөйләшә алһа ла һуңғы ваҡытта иң яҡын кешеләрен генә таныны. Фирүзә апайыбыҙ бик ҡараны инде әбиебеҙҙе (өләсәйҙе). Бик күп юғалтыуҙар кисерһә лә, оҙон ғүмерле булды. Аллаһ Тәғәлә уға ғүмерҙе мулдан бирҙе. Алты балаһының дүртәүһен ерләгән әсәй бит ул", - тигән ул.
Беҙ ҙә Хәниә Фәрхиҙең туғандарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм уның яҡындарына күркәм сабырлыҡтар теләйбеҙ.
Фото: "Интертат"