

19 декабрҙә Мәләүез районының Ҡотош ауылы мәҙәниәт йортонда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү – 2026” программаһында ҡатнашыу буйынса халыҡтың йомғаҡлау йыйылышы үтте.
Ҡотоштар бер тауыштан Ҡотош ауылы мәктәбе эргәһендәге юлды ремонтлау буйынса проектты хуплап, уны 2026 йылда ғәмәлгә ашырыу буйынса эшләргә ҡарар итте.
Көн тәртибендәге һорауҙарҙың береһе инициативалы төркөмдөң эшенә арналды.
Инициативалы төркөм – ауыл биләмәһе хакимиәтенә проектты әҙерләргә һәм уның бөтә этаптарын башҡарырға ярҙам иткән фекерҙәштәр командаһы – өлкә бюджетынан субсидия алыу өсөн конкурсҡа документтар әҙерләгәндән алып, ремонт эштәре тамамланғанға тиклем.
Инициативалы төркөм ағзалары эш барышында төрлө кешеләр – ауыл халҡы, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, бағыусылар, подрядсылар менән менән тығыҙ аралашырға тейеш. Шулай уҡ уларҙың үҙ бурыстарын, маҡсаттарын һәм мөмкинлектәрен аныҡ күҙ алдына килтереүе, проекттың асылын яҡшы аңлауы һәм уның тураһында һөйләй белеүе лә бик мөһим.
Ауыл биләмәһе башлығы Илмир Уразинбәтов ҡатнашыусыларға “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса конкурс процедураһының нисек үтеүен аңлатты. Инициативалы төркөмдөң бурыстарына халыҡтан аҡса йыйыу, эш барышы тураһында граждандарға мәғлүмәт биреү, проекттың үтәлешен контролдә тотоу һәм ҡабул итеүҙә ҡатнашыу инә.
Хакимиәт башлығы шулай уҡ ауыл халҡына үҙенең атайсалы яҙмышына битараф булмағандары өсөн рәхмәт әйтте һәм 2025 йылға тапшырылған “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ла еңеүгә өмөт белдерҙе.
Фото: Ҡотош ауылы мәҙәниәт йортонан.