Йәмғиәт
26 Декабрь 2025, 12:00

Хеҙмәттәшебеҙ Рәхмәт хатына лайыҡ булды

Әлфиә Минғәлиева – интернетта таратылған һәр төрлө ялған хәбәрҙәрҙе фашлау, халыҡтың аңын бутау маҡсатында алып барылған сәйәсәткә ҡаршы тороу йәһәтенән әүҙем эшләгән журналист.

Хеҙмәттәшебеҙ Рәхмәт хатына лайыҡ булдыХеҙмәттәшебеҙ Рәхмәт хатына лайыҡ булды
Хеҙмәттәшебеҙ Рәхмәт хатына лайыҡ булды

Яңы йыл алды – уҙып барған йылға йомғаҡ яһау, уңыштарҙы барлау, киләсәккә уй-ниәттәр билдәләү мәле ул. Был мөғжизәле байрам алдынан көтөлмәгән һөйөнөслө ваҡиғалар, матур бүләктәр ҙә йыш була.

Бөгөн “Башҡортостан” гәзите редакцияһына республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәт, милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу буйынса комиссия рәйесе Тимур Вәлитов килеп, хеҙмәттәшебеҙ – тәржемә бүлеге мөдире Әлфиә Минғәлиеваға Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Белеүегеҙсә, Әлфиә Илдус ҡыҙы – байтаҡ ваҡыт инде интернетта таратылған һәр төрлө ялған хәбәрҙәрҙе фашлау, халыҡтың аңын бутау маҡсатында алып барылған сәйәсәткә ҡаршы тороу йәһәтенән әүҙем эшләгән журналист.

Хеҙмәттешебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлап, артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Автор фотоһы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас