Йәмғиәт
27 Декабрь 2025, 18:50

Яуа ла яуа...

Ике көнгә һауа торошо менән танышығыҙ

Яуа ла яуа...Яуа ла яуа...
Яуа ла яуа...

Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы термометр бағанаһында һиҙелеп өҫкә күтәрелә. Был турала Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Бөгөн, 28 декабрь, төбәктә ҡар яуа. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -8…-13 градус, көндөҙ -5…-10 градус.

Иртәгә, 29 декабрь, ҡар яуыуы дауам итә. Юлдарға ҡар һырынтыһы һалына. Һауа температураһы төндә лә, көндөҙ ҙә -5…-13 градустарҙа тирбәлә.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас