Йәмғиәт
28 Декабрь 2025, 13:45

Башҡортостан ЮНЕСКО-ла Рәсәйҙең позицияһын нығытыуын дауам итә

Өфө нефть техник университеты ҡарамағында геопарктар һәм тотороҡло үҫеш биләмәләре буйынса донъяла биш кафедраның береһе асылған. “Усолка” һәм “Дальний Тюлькас” геологик киҫелештәренә халыҡ-ара «Алтын ҡаҙаҡ» эталоны статусы бирелде.

Башҡортостан ЮНЕСКО-ла Рәсәйҙең позицияһын нығытыуын дауам итәБашҡортостан ЮНЕСКО-ла Рәсәйҙең позицияһын нығытыуын дауам итә
Башҡортостан ЮНЕСКО-ла Рәсәйҙең позицияһын нығытыуын дауам итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Мәскәүҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия ултырышындағы сығышына Комиссияның яуаплы секретары, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы департаменты директоры Александр Әлимов аңлатма бирҙе. Был хаҡта Дәүләт советының телеграм-каналы хәбәр итә.

Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың шәхси саҡырыуы буйынса республика башлығы доклад менән сығыш яһаны, унда ул төбәктә ЮНЕСКО линияһы буйынса халыҡ-ара проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостандың кейсы менән таныштырҙы.

«Был - республика өсөн еңеү йылы. Беҙ алға барабыҙ. Республикабыҙ йөҙөндә терәк бар. Башҡортостан үҙенең тәбиғи һәм мәҙәни төрлөлөгө менән бай. Беҙ - һеҙҙең фекерҙәштәрегеҙ», - тине Александр Әлимов.

Бөгөнгә Башҡортостандан «Торатау» һәм «Янғантау» геопарктары ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә ингән. Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты тип танылды.

Өфө нефть техник университеты ҡарамағында геопарктар һәм тотороҡло үҫеш биләмәләре буйынса донъяла биш кафедраның береһе асылған. “Усолка” һәм “Дальний Тюлькас” геологик киҫелештәренә халыҡ-ара «Алтын ҡаҙаҡ» эталоны статусы бирелде.

Хәбәр ителеүенсә, республика артабан да ЮНЕСКО-ның глобаль көн тәртибендә Рәсәйҙең позицияларын нығытырға ниәтләй. Ул ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында Милли геопарктар селтәрен булдырыу тәҡдимен индерҙе. Ғәмәлдәге геопарктарҙы үҫтерә. Воскресенк баҡыр иретеү заводы һәм Турахан кәшәнәһе кеүек Бөтә донъя мираҫы исемлегенә яңы объекттарҙы ла тәҡдим итә.

Былар барыһы ла төбәктең туристик потенциалын асыуға булышлыҡ итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Төбәктәрҙең туристик йәлеп итеүсәнлеге индексында Башҡортостан ярайһы ҙур үҫеш күрһәтте, рейтингта 11-се урындан 9-сы урынға күтәрелеп, тәүге тапҡыр ун лидер иҫәбенә инде, тип хәбәр итә resbash.ru.

Фото: resbash.ru.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас