

Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге «Рәсәй төбәктәрендә йылдың социаль-иҡтисади һәм сәйәси йомғаҡтары» рейтингын тәҡдим итте. Унда Мәскәү, Татарстан, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Башҡортостан, Төмән өлкәһе, Түбәнге Новгород өлкәһе, Краснодар крайы, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Свердловск өлкәһе тәүгеләр рәтендә.
Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге президенты, политолог Илья Гращенков үҙенең телеграм-каналында 2025 йылда Рәсәй субъекттарының күбеһендә иҡтисади үҫеш темптарының һиҙелерлек кәмеүен билдәләне.
«Был тышҡы сәйәси конъюнктураға ла, һөҙөмтәле булмаған идара итеү тәжрибәләренә лә бәйле. Үҫешкән төбәктәрҙә күбеһенсә постиндустриаль сегментҡа, яңы йүнәлештәр һәм инновацион иҡтисад үҫешенә баҫым яһала. Шуның менән бергә Краснодар крайы, Татарстан йәки Башҡортостан ауыл хужалығы кеүек уңышлы субъекттарҙың иҡтисад структураһында әүәлгесә һиҙелерлек роль уйнай», - тине политолог.
Күп кенә төбәк хакимиәттәре өсөн глобаль проблемалар иҫәбендә эксперт субъекттарҙа ҡатмарлы социаль-психологик шарттарҙы һәм халыҡтың ситкә китеүен атаны. Бындай хәл баш ҡала төбәктәрендә һәм бер төркөм иҡтисади йәһәттән үҫешкән субъекттарҙа (Түбәнге Новгород өлкәһе, Татарстан, Башҡортостан һәм башҡалар) аҙыраҡ күҙәтелә.
Илья Гращенков хеҙмәт баҙарында тотороҡло дефицитты инфляцияны тиҙләтеү сәбәптәренең береһе тип билдәләне.
«Хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү өсөн эш хаҡын арттырыу юғары нөктәһенә еткән һәм киләһе йылда был күренеш әҙәйер йәки туҡтар, моғайын. Иҡтисадта тәҡдимдәр тиҙ үҫкән ихтыяж артынан өлгөрә алмай, шул уҡ ваҡытта предприятиеларҙың ҡеүәттәре тулыһынса тиерлек файҙаланыла», - тип билдәләне политолог.
Эксперт фекеренсә, 2026 йылда иҡтисади һәм сәйәси тотороҡлолоҡ социаль-иҡтисади ҡәнәғәтһеҙлекте бөтөрөү, шулай уҡ федераль органдар менән берлектә һөҙөмтәле эш алып барыу һәләте менән билдәләнә.
Фото: “Башинформ”
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!