

Гүзәл Уразова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Тун аҫтында сельд” салатын яңыса яһау ысулын күрһәткән. Йырсы был традицион Яңы йыл салатын рулет итеп яһай икән.
“Яңы йыл табынына гел үҙемдең традицион рецепт буйынса яратҡан ҡаҙымды бешерә торған инем. Быйыл инде яңыса итеп “Тун аҫтында сельдь” салатын яһап ҡарайыҡ әле бергәләп”, - ти йырсы.
Ингредиенттар:
сельдь балығы,
сөгөлдөр,
кишер,
йомортҡаның ағы һәм һарыһы,
картуф,
майонез,
биҙәү өсөн укроп менән гранат
Тәүҙә йәшелсәләр менән йомортҡаны бешерергә һәм терка аша үткәрергә. Артабан полиэтиленға сөгөлдөр, кишер, йомортҡа, картуф һәм иң аҙаҡтан сельдь балығын йәйеп һалырға. Ҡатлам һайын майонез һыларға. Аҙаҡ ҡатлап йәйгән ингредиенттарҙы рулет итеп төрөргә. Рулет өҫтөн укроп һәм гранат менән биҙәргә. Бик тәмле “Тун аҫтында сельдь” рулеты әҙер! Гүзәл Уразова әйтеүенсә, ул бындай рулетты йыш яһай һәм Яңы йыл табынына ла әҙерләргә йыйына.
Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле!
Сығанаҡ һәм фото: “Интертат”
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!