

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белоретта йылылыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән бер нисә йөкләмә бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 декабрҙә республика Башлығы был ҡала буйлап эш сәфәрендә булды, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итте.
Белореттың идара итеү командаһы һуңғы дүрт йылда йылылыҡ селтәрҙәрендә аварияларҙы һиҙелерлек кәметеүгә өлгәште, әммә осраҡтар барыбер була, тип билдәләне ул. Мәҫәлән, 9 декабрҙә етди авария була, һөҙөмтәлә 74 йорттоң 17 мең кешеһе эҫе һыуһыҙ һәм йылыһыҙ ҡала.
Башҡортостан Башлығы вице-премьер Рөстәм Ғәзизовҡа Белорет хакимиәте менән берлектә йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһының ышаныслылығын арттырыу буйынса эшсе төркөм булдырырға ҡушты.
Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимовҡа “Белорет йылылыҡ селтәрҙәренең” финанс хәлен тотороҡландырыу буйынса кисекмәҫтән саралар күрергә, ә вице-премьер Рөстәм Моратовҡа — Белорет йылылыҡ системаһын реконструкциялау проектын Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушылды.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевкә Белорет һыу каналына ярҙамға ике берәмек техника эҙләргә ҡушылды.
Шулай уҡ Радий Хәбиров Ҡағы һәм Үрге Әүжән ауылдарын төҙөкләндереү мөмкинлеген ҡарауҙы һәм Әүжән эргәһендә юл төҙөүҙе оҙаҡҡа һуҙмауҙы һораны.
Фото: Белорет ҡалаһы хакимиәте.