

“Башҡортостан” гәзите журналисы, хеҙмәттәшебеҙ Рузилә Иҫәнбаева әле декрет ялында. Өс бала әсәһе аш-һыуға оҫта. Оҙайлы байрамдарҙа ҡулланыу өсөн уның ябай ҙа, тәмле лә, ваҡытты ла алмай торған рецептарын тәҡдим итәбеҙ.
– Бәләкәй бала менән ҡатмарлы итеп бешеренергә ваҡыт сикле. Шуға әҙерләүе еңел булған рецепт тәҡдим итәм. Уға ни бары ике ингредиент талап ителә. Тауыҡ һәм тоҙ. Противендең уртаһына өймәләм итеп бер ҡап тоҙҙо, өҫтөнә тауыҡты һалабыҙ ҙа, 220-250 градусҡа ҡуйып, духовкаға тығабыҙ. Бер сәғәттән ашыу (80-90 минут) яйлап бешә. Үҙенә кәрәк тоҙҙо һеңдереп алып, бик тәмле килеп сыға, – ти Рузилә.
Фасоль менән салат
Оҙаҡ туранып тормаҫ өсөн еңел генә салат тәҡдим итәм. Бының өсөн консервалы ҡыҙыл фасоль, корейса кишер, бешкән тауыҡ түшкәһе (магазинда ыҫланған әҙерҙе алһаң да була), һарымһаҡ, укроп кәрәк була. Тауыҡ итен һалам кеүек өҙгөләйбеҙ, фасоль, корейса кишер ҡушабыҙ, ике тырнаҡ һарымһаҡты ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, укроп турап майонез менән болғатабыҙ. Кемдәр диетала, магазин ҡаймағы менән дә бутарға була. Тиҙ генә әҙерләнгән салат тәмле һәм туҡлыҡлы.
Фотолар Рузилә Иҫәнбаеваныҡы.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...