

(Булған хәл)
Яңы йылда ниндәйҙер мажараға тап булмаған кеше һирәктер. Улар бигерәк тә юл менән бәйле. Әңгәмәсем Рәмзиә апай ҙа үҙе менән йәш сағында булған бер ваҡиғаны һөйләне.
– Ул ваҡытта педагогия училищеһында 1-се курста уҡып йөрөй инем. Терәк булыр, тип атай-әсәйем туғандарыбыҙ йәшәгән йыраҡ ҡалалағы уҡыу йортона ебәргәйне.
Белем, һөнәр алырға кәрәклеген аңлайым, ләкин өй, атай-әсәй бик һағындыра. Йыраҡ булғас, йыш ҡайтып булмай. Август аҙағында ауылдан сығып киткәйнем, Яңы йыл етә башлағас, һағыныуыма түҙер әмәл ҡалманы. Ул ваҡытта ауылда Яңы йыл байрамдары бик күңелле үтә ине. Һорамай ғына дәресемде ҡалдырып, ҡиммәт булһа ла, самолетҡа билет алып, тыуған яғыма юлландым. Төнгө 12-не ауылымда ҡаршы алырыма шигем юҡ ине.
Үкенескә күрә, юлым тәүҙән үк уңманы. Һауа шарттары сәбәпле самолетты ике сәғәткә, унан тағы ла байтаҡ ваҡытҡа кисектерҙеләр. Ҡалаға килеп төшкәс, үҙебеҙҙең районға автобустар китеп бөткәйне, мең бәлә менән юл ыңғайындағы машинаға эләктем. Шунда үҙебеҙҙең ауыл яғына ҡайтып барған уҡытыусы апайҙы тап иттем. Юлда иптәш булғас, күңелем тынысланды.
Яңы йылға бер нисә сәғәт бар ине. Өйгә ҡайтып етеүемә лә өмөтөм һүнмәгәйне әле. Район үҙәгенә килеп етеүгә һауа торошо тағы ла нығыраҡ боҙолдо. Күҙ асҡыһыҙ буран сыҡты. Автовокзалға килеп төшһәк, буран сәбәпле барлыҡ автобустар кисектерелгән булып сыҡты. Район үҙәгендә барып ҡунырлыҡ туғандар ҙа юҡ. Теге уҡытыусы апай менән ҡунаҡханаға киттек. Унда ла буш урындар булмай сыҡты. Икебеҙгә бер урынлыҡ бүлмә алдыҡ. Көнө буйы юлда йөрөү ныҡ йонсотҡайны. 12-гә тиклем бер аҙ ял итеп алайыҡ, шунан өйгә тип алған күстәнәстәр менән Яңы йылды ҡаршы алырбыҙ, тип ятып торғайныҡ. Юлда өшөп, арып йөрөп, йоҡлап киткәнде лә һиҙмәгәнбеҙ. Төн уртаһында ғына уянып киттек. Шулай итеп, ул йылда Яңы йылды ҡунаҡханала йоҡлап ҡаршы алдым. Икенсе көнөнә, юлдар асылғас, төш тирәһендә саҡ ауылға ҡайтып еттем.
Был сәфәремдең уңышһыҙлығы бының менән генә бөтмәне. Дәрестән һорамай ҡайтып киткән өсөн шул ярты йыллыҡта мине стипендиянан мәхрүм иттеләр. Уҡыуға талап бик ҡаты булды. Ауыл балаһы өсөн ул заманда 20 һум стипендия ҙур аҡса ине. Шулай итеп, бик үкенесле булды 1967 йылды ҡаршы алыу. Һуңынан иһә ҡала тормошона өйрәнеп алдым. Ауылды һағыныуым яйлап баҫылды. Аҙаҡ имтихандарымды тик "бишле"гә тапшырып, педучилищеһы ҡыҙыл дипломға тамамланым, - тип шул ваҡыттарҙы иҫкә алды Рәмзиә апай.
Кеше бер төрлө ниәтләй, донъя тигәнең башҡаса итеп килтереп ҡуя шул.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...