Йәмғиәт
2 Ғинуар , 14:30

"Яратмайым һине!" тип рәнйетеп, һөйәркәһенә сығып киткәйне...

Яңыраҡ ҡыҙым шылтыратып, атаһы хаҡында шаҡ ҡатырғыс хәбәр еткерҙе. Инде хәҙер ни эшләйем икән?

"Яратмайым һине!" тип рәнйетеп, һөйәркәһенә сығып киткәйне..."Яратмайым һине!" тип рәнйетеп, һөйәркәһенә сығып киткәйне...
"Яратмайым һине!" тип рәнйетеп, һөйәркәһенә сығып киткәйне...

Өләсәйем гел беҙгә матди яҡтан ҡарай алырлыҡ, тоғро ир теләй торғайны. “Олатайығыҙ эшлекһеҙ булды. Үҙ аҡсама кейендереп, кеше итеп алғайным, икенсе бисәгә сыҡты ла китте. Һеҙ шулай елкәгеҙгә менеп ултырыр иргә сығып ҡуймағыҙ”, – тиер ине. Әммә яҙмышым өләсәйемдекенә оҡшаш булды ла ҡуйҙы...

Педагогия университетын тамамлағас, сит район ауылына эшкә ебәргәйнеләр. Бер уҡыусымдың әсәһе үлеп киткәс, атаһы эскегә һалышты. Балаһын да ҡарамай. Ҡыҙын, Әлифәне, йәлләп, үҙемә ашатырға алып ҡайтам, йыуындырып сығарам. Ҡайһы саҡта миндә йоҡлап та ҡала. Бер мәл атаһы килеп инде. Күҙҙәре төпкә батҡан, яп-ябыҡ, шундай меҫкен хәлдә... Йәлләп, ултыртып ашаттым, мунса яғып индерҙем. Ошо көндән һуң ул миңә эйәләшкәндән-эйәләште, йөҙөнә нур ҡуна барҙы. Кейем дә алып бирҙем. Эскәс, эшләмәгәс, аҡсаһы юҡ бит.

Шулай кеше итеп алдым теге ирҙе. Өйләнештек, атай менән ҡыҙ миңә күсеп килеп йәшәй башланы. Үҙебеҙҙең уртаҡ ҡыҙыбыҙ ҙа тыуҙы.

Ә тормош ауыр. Туҡһанынсы йылдар аҙағы. Бер ерҙә лә эш юҡ тигән һылтау менән ирем гел өйҙә ятты. Мин иһә, уҡытыусының эш хаҡына ғына йәшәп булмағас, ҡырҙан тауар ташып һатыу менән шөғөлләнеп алып киттем. Әйтеүе генә еңел, ә эштең ни ҡәҙәр ауыр булғанын, ниҙәр кисергәнемде, ниндәй юлдар аша үткәнемде үҙем генә беләм. Иң ҡыҙғанысы – һаулығымды бөтөрҙөм, башҡа бала ла таба алманым. Әммә шул ауыр ваҡытта ғаиләмде аслыҡтан ҡотҡарҙым, мохтажлыҡта йәшәтмәнем. Ике ҡыҙыбыҙҙы ла яҡшы итеп ҡарап үҫтерә алдым.

Ә ирем аҡса табыу тигән нәмәне бөтөнләй онотто. “Һин бит ҡайтып инә белмәйһең, мин булмаһам, өйҙө кем ҡарар ине?” – тип һылтау табып, үҙенең баһаһын күтәрергә теләп екеренгәс, ярар, тип күптән ҡул һелтәгәйнем...

Иремдең ҡыҙы хәҙер инде күптән ғаиләле, ҡалала йәшәй. Юғары белемле, яратҡан эшен башҡара. Мине үҙ әсәһеләй күрә, осрашҡан һайын рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп тора. Үҙемдең ҡыҙым да яҡшы урында уҡып, диплом алды.

Ә ирем... Бер нисә йыл элек уның бер ҡатын менән йөрөгәнен ишетеп ҡалдым. Был хаҡта уныһы ла, тегеһе лә килеп еткерә. Шул ҡәҙәр рәнйеп, бер төндә сыҙамайынса, үҙенә әйткәйнем, уңайһыҙланмай ҙа, оялмай ҙа: “Эйе! Минең яратҡан ҡатыным бар! – тип йөҙөмә ҡарап белдерҙе. – Һинең менән нисек йәшәмәк кәрәк? Һине, ир һымаҡ ҡатынды, кем яратһын?!”

Шул ҡәҙәр рәнйетте... “Улай булғас, әйҙә бар һөйәркәңә! Бүләк итәм үҙеңде!” – тип ҡыуып сығарҙым.

Китте. Әммә ике ай ҙа бергә йәшәй алмағандар. Һөйәркәһе ҡыуып сығарған. Эш яратмаған ир кемгә кәрәкһен инде. Район үҙәгендә ул-был кешегә утын яра, бесән әҙерләшә, фатирға түләп йәшәй, тип төрлө кеше миңә хәбәр еткереп торҙо. Ә һуңғы йылда эскегә һалышҡан, урам буйында йөрөй, тинеләр.

Яңыраҡ иһә уртаҡ ҡыҙыбыҙ шылтыратып, атай миндә, тип шаҡ ҡатырҙы. Һин мине ҡарарға тейешһең, тип үҙе барып ингән. Ҡыҙымды беләм, атаһын йәлләп, уны сығарып ебәрмәйәсәк, "елкәһенә ултыртасаҡ". Яңы тормош башлап торған баланың яҙмышын боҙасаҡ бит атаһы. Ҡыҙым өсөн йөрәгем өҙөлә. Уны уйлап, иремде үҙемә кире алып ҡайтырға тура килер инде. Ни хәл итәһең...

(Районда йәшәгән ҡатындан яҙып алынды).

Д. Ишморатова фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас