Йәмғиәт
3 Ғинуар , 11:15

Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ!

Һуңғы ваҡытта кешеләр иҫәбенә байырға теләүселәр «Дәүләт хеҙмәттәре» кодтарына курьерҙар һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәр исеменән һунар итәләр.

Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ!Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ!
Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ!

Һуңғы ваҡытта кешеләр иҫәбенә байырға теләүселәр «Дәүләт хеҙмәттәре» кодтарына курьерҙар һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәр исеменән һунар итәләр.

Аферистар авторизациялау кодтарын белеү өсөн йышыраҡ үҙҙәрен тауар таратыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ,  поликлиникалар һәм банктар хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра.

Схема күп баҫҡыслы: башта көнкүреш сәбәптәре менән шылтыратыу була, йәнәһе посылка килгән, йә иһә домофонды алмаштыралар, табипҡа яҙҙыралар һәм башҡалар. Унан иһә СМС-тан килгән кодты әйтеүҙе талап итәләр.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: «Дәүләт хеҙмәттәре», банктар, почта хеҙмәте, поликлиникалар бер ҡасан да телефон аша код һорамай!

Әгәр шундай үтенес яңғырай икән, оҙаҡ уйлап тормағыҙ – шунда уҡ телефон трубкаһын һалығыҙ!

Фото: aif-s3.aif.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас