

Йылҡы итенән шәп рецепт менән Зөһрә Вәлиуллина уртаҡлаша.
"Колбасалар бер ситтә торһон! Уны һыйыр, һарыҡ итенән дә шулай яһарға була.
Бер литр һыуға 0,5 стакан тоҙ һалып ҡайнатып сығарҙым, шуға 1 кг самаһы йылҡы итен һалып бешерҙем. Шул тоҙло һурпала 7-8 сәғәт тоттом. Унан һуң тәмләткестәр - ҡырғыстан сыҡҡан 5-6 тырнаҡ һарымһаҡ, лавр япрағы, ҡара һәм ҡыҙыл борос, аҙ ғына төйөлгән зираны бутап, шуны бешкән иткә яҡшылап һөрттөм дә фольгаға (кулинар ҡағыҙ ҙа ярай) төрөп һыуытҡысҡа ҡуйҙым. Яһап ҡарағыҙ әле, дуҫтар!
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Сығанаҡ: Зөһрә Вәлиуллина
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...