Йәмғиәт
7 Ғинуар , 09:00

Күршеләр бесәйемде үлтерәбеҙ, ти

Бесәйем тыныс, аҡыллы, әммә яңыраҡ көтөлмәгән хәл булды. Подъезға бер ваҡытта сыҡтыҡ. Күрше ҡатын малайын эйәрткән, мин махсус сылбырҙа бесәйемде тотҡанмын. Бәйҙә булғас, ҡаса алманы, ә Алан елдереп килеп тотоп та алды. Шул арала Черныш тегенең ҡулын ныҡ ҡына сапсып өлгөргән. Китте ҡаңғырыҡ!..

Күршеләр бесәйемде үлтерәбеҙ, тиКүршеләр бесәйемде үлтерәбеҙ, ти
Күршеләр бесәйемде үлтерәбеҙ, ти

Подъездағы күршеләр менән быға тиклем артыҡ аралашмаһаҡ та, яҡшы мөнәсәбәттә йәшәй инек. Осрашҡанда ҡатыны менән һаулыҡ һорашабыҙ, ике-өс һөйләм менән хәл-әхүәл белешәбеҙ.  

Ире лә, үҙе лә 40 йәштәр самаһында. Аңлауымса, һуңыраҡ ғаилә ҡорғандар. Ике-өс йәш тирәһендәге бер малайҙары бар. Уны өрмәгән ергә лә ултыртмай, “өф” итеп кенә үҫтерәләр.

Бына шул малай (исеме Алан) минең бесәйемә көн күрһәтмәй. Беренсе ҡатта йәшәгәс, бесәйем тышҡа, йәғни урамға сығып йөрөп килергә күнеккән. Чернышым (бесәйемдең исеме шулай) минең менән бына инде етенсе йыл йәшәй. Беҙ бер-беребеҙгә ныҡ өйрәнгәнбеҙ. Бик аҡыллы йән эйәһе ул. Барыһын да аңлай, тик бына балаларҙы яратмай.

Черныш урамға сығыуы була, Алан уны тотам, күтәрәм тип аптырата, баҫтыра. Әсәһе: “Теймә! Ауырыу йоҡтораһың!” – тип тыйып ҡына тора. Ә малайға нимә, шаярһа-уйнаһа булды.

Былай бесәйемдең бер ниндәй ҙә сире булыуы мөмкин түгел, сөнки мин уға бөтә прививкаларҙы ваҡытында яһатып торам, яҡшы ашатам. Әммә күрше ҡатынға улы Аландың минең бесәй менән уйнауы оҡшамай, ә минең бесәйгә уның малайы оҡшамай. Ә былай Черныш бик йылғыр, өс йәшлек малайҙан тоттороп тормай, әлбиттә.

Шулай ҙа яңыраҡ көтөлмәгән хәл булды. Подъезға бер ваҡытта сыҡтыҡ. Күрше ҡатын малайын эйәрткән, мин махсус сылбырҙа бесәйемде тотҡанмын. Бәйҙә булғас, ҡаса алманы, ә Алан елдереп килеп тотоп та алды. Шул арала Черныш тегенең ҡулын ныҡ ҡына сапсып өлгөргән. Китте ҡаңғырыҡ! Бала илай. Ярһыған күрше мине һәм бесәйемде әрләй. Мин тынысландырып маташам. Черныш бер мөйөшкә боҫто.

Баланы табипҡа алып барып, яраһын эшкәрткәндәр, укол яһағандар. Бөтә сығымдарын түләнем. Бындай хәл килеп сыҡҡан өсөн ғәфү үтендем. Әммә күршеләр тынысланмай, бесәйеңде һат йәки приютҡа тапшыр, ти. Әгәр тағы ошондай хәл булһа, ҡарап тормайбыҙ, үҙебеҙ үлтерәбеҙ, тиҙәр. Күршеләр менән ара тамам боҙолдо.

Мин бесәйемде һата ла, приютҡа ла бирә алмайым. Нисек инде, ул бит минең өсөн шул тиклем яҡын, ҡәҙерле йән эйәһе. Әллә фатирҙы һатып, икенсе йортҡа күсеп китергәме икән, тип уйлана башланым. Ошондай хәлдә ҡалһағыҙ, нимә эшләр инегеҙ?

Айгөл. Өфө ҡалаһы.

Фото нейроселтәр ярҙамында эшләнде. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас