Йәмғиәт
8 Ғинуар , 13:00

Тауҙа шыуып, тәмле сәйҙәр эсеп

Өлкәндәр ҙә бала сағын иҫкә төшөрҙө.

Тауҙа шыуып, тәмле сәйҙәр эсепТауҙа шыуып, тәмле сәйҙәр эсеп
Тауҙа шыуып, тәмле сәйҙәр эсеп

Ҡышҡы каникулдың бер көнөндә Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал халҡы “Тауҙа шыуып, тәмле сәйҙәр эсеп” тип аталған байрам үткәргән.

Каникулды күңелле уҙғарыу, балаларҙы гаджеттан айырып, саф һауаға алып сығыу маҡсатында башланғыс мәктәбе уҡытыусылары ата-әсәләр менән берлектә ойошторған байрам бик күңелле булған. Дәртле көй аҫтында балалар сыр-сыу килеп ярыша-ярыша тау шыуған, өлкәнерәктәр ҙә рәхәтләнеп бала саҡтарын иҫкә төшөргән. “Беҙ йәшәгән төбәк далаға тартым булғас, күрше Отрада ауылы яғындағы тауҙа санала, Иҫке Морапталдағы күл туңһа, элегерәк шунда конькиҙа шыуа торғайныҡ. Һырғалаҡтарҙы йыл да эшләйбеҙ, ҡар быйыл да апаруҡ. Ауыл халҡы менән мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы янында, тағы бер урамда һыу һибеп туңдырып, ҡар тауы яһаныҡ. Киров исемендәге хужалыҡ етәкселеге техника менән ярҙам итте. Балалар тюбингта рәхәтләнеп шыуа. Хатта Аҡһары ауылы халҡы ла килде”, - ти “Алһыу” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Земфира Ғүмәрова.

Апай-ағайҙар ҡайнар самауырлы сәй өҫтәле янында тәмлекәстәр менән һыйланған.

“Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә уҙғарылған саранан барыһы ла ҙур дәрт һәм кинәнес алған. Үҫеп килгән быуынға яҡшы өлгө күрһәтеп, ял ойошторған Мораптал ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Венер Хәмитов, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Хәмитова, Ғәлиә Мифтахова, Иҫке Мораптал ауылы башланғыс класс уҡытыусыһы Рәмилә Ҡужаҡоваға  рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.

Фотолар Мораптал ауылы төркөмөнән.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan   

Тауҙа шыуып, тәмле сәйҙәр эсеп
Тауҙа шыуып, тәмле сәйҙәр эсеп
Тауҙа шыуып, тәмле сәйҙәр эсеп
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас