Йәмғиәт
9 Января , 08:45

Баймаҡта баһадирҙар тыуған!

Бер малайҙың ауырлығы - 4326 кг, икенсеһенеке - 4060 кг.

Баймаҡта баһадирҙар тыуған!Баймаҡта баһадирҙар тыуған!
Баймаҡта баһадирҙар тыуған!

Баймаҡ бала табыу йортонда быйылғы ғинуар айының тәүге сабыйҙары донъяға килгән. Икеһе лә баһадир: бер малайҙың ауырлығы - 4326 кг, икенсеһенеке - 4060 кг. Буйҙары 59 см.
Сабыйҙарҙың әсәләре - Әминә Байметова һәм Рәлиә Фазлиәхмәтова үҙҙәрен яҡшы тоя. Баймаҡ бала табыу йорто персоналы уларҙы һәр яҡлап хәстәрләй.
Бәпестәргә һәм уларҙың ата-әсәһенә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ! Тыныс күк йөҙө аҫтында бергә-бергә бәхетле йәшәргә яҙһын!

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Фото һәм сығанаҡ: Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Баймаҡта баһадирҙар тыуған!
Баймаҡта баһадирҙар тыуған!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас