

Ошо көндәрҙә Вадим Үтәшев вафат булды. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары һәм республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы етәксеһенең 47 йәшендә вафат булыуы тураһында төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итте.
“2026 йылдың 7 ғинуарында Вадим Ирек улы Үтәшевтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны", — тиелә ведомство белдереүендә.
Вадим Үтәшев 1978 йылдың 22 сентябрендә тыуған. Мәскәү дәүләт коммерция университетын тамамлай, иҡтисад фәндәре кандидаты була.
Вадим Ирек улы эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өлкәһендәге әйҙәүсе белгестән алып министр урынбаҫарына тиклем ҙур профессиональ юл үтә. Ул Башҡортостанда бизнесҡа ярҙам итеү системаһын булдырыуға ҙур өлөш индерә. Уның һөнәри оҫталығы, энергияһы һәм стратегик фекерләүе республиканың меңләгән эшҡыуарҙарына ярҙам итте, ти мәрхүмдең коллегалары.
“Ул һәр ваҡыт ышаныслы хеҙмәттәш һәм илһамландырыусы остаз булды”, — тине уның коллегалары.
Вадим Үтәшев менән хушлашыу 8 ғинуарҙа Өфө районының Зубово ауылында үтте.
Беҙ мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!