Йәмғиәт
11 Ғинуар , 10:30

Элвин Грей һөнәрен алмаштырғанмы?

“Дуҫтар, минең менән бик көслө һәм шәхси ваҡиға булды. Мин «рәхмәт» кенә әйтмәнем, бер көнгә мөһим һөнәр эсендә ҡалдым һәм уны үҙемдә һынап ҡараным”, - тип яҙған йырсы үҙ сәхифәһендә.

Элвин Грей һөнәрен алмаштырғанмы?Элвин Грей һөнәрен алмаштырғанмы?
Элвин Грей һөнәрен алмаштырғанмы?

Әйткәндәй, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей)  оҙайлы ял көндәрендә үҙен авария комиссары ролендә һынап караган. Артист эш көнөнән алған тәьҫораттары менән социаль сәхифәһендә уртаҡлашты.

"Май айында авария комиссарҙары миңә ярҙам итте. Шуға күрә минең дә бер көн улар менән булғым килде”, - тигән ул.

Махсус форма кейеп, Радик Юлъяҡшин тәжрибәле коллегаһы менән беренсе күсмә миссияға китә. Уларға машина водителе шылтыратып, ярҙам итеүҙәрен үтенгән. Уның автомобиле трасса уртаһында ҡапыл һүнгән.

Йырсы авария комиссарҙарының эше ни тиклем ауыр һәм кәрәкле икәнлеген билдәләп үтте. Һауа шарттарының һәм ваҡыттың ҡасан булыуына ҡарамаҫтан, улар ярҙам итергә ашыға. Улар янында бензин да, запас тәгәрмәстәр, йылы сәй һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙың барыһы ла бар.

“Пафосһыҙ һәм матур һүҙҙәрһеҙ. Бары тик мөһим эш башҡарыусы кешеләр”, - тип яҙған Элвин Грей.

Фото: видеонан скриншот.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас