

Йылайыр районы Юлдыбай ауылында эшһөйәр, уңған, дәртле, матур донъя көткән кешеләр бик күп. Шуларҙың береһе – Радик Ғиндуллин. Ул–ауылда ихтирамлы һәм хөрмәтле ир-уҙамандарҙың береһе, йәштәргә бар яҡлап та өлгө булып тора.
Радик Сәмиғулла улы ҡатыны, хаҡлы ялдағы педагог Зифа Динислам ҡыҙы менән ике ул үҫтереп, хәҙер ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, донъя көтәләр. Ул ауылда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙҙың уртаһында ҡайнай, әүҙем ҡатнаша. Үҙе дәртле, йор һүҙле, йыр-моңға ғашиҡ кеше лә ул! Ауыл сәхнәһенең түренән төшмәй, өҙҙөрөп гармунда уйнай, йырлай, төрлө йыр-моң конкурстарында ҡатнаша.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән мәҡәл тап Радик Ғиндуллин өсөн генәлер ул. Тәбиғәтте үҙ иткән, бар ергә өлгөргән ағайҙың тағы ла бик яратып башҡарған шөғөлө бар. Ул хужалыҡта бик кәрәкле әйбер – селек һеперткеһе менән мунсаға миндек әҙерләй. Ауыл халҡы уларҙы бик яратып һатып ала, рәхмәт әйтеп ҡуллана. Шулай уҡ Радик Сәмиғулла улы әҙерләгән селек һеперткеләр, көрәк һаптары, шифалы ҡайын миндектәре махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә лә оҙатыла.
21 йылдан ашыу автобус йөрөткән Радик Ғиндуллинды ауылдаштары ҙур ышаныс менән ирҙәр ҡоро ойошмаһы ағзаһы итеп тә һайлап ҡуйған.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!