Йәмғиәт
11 Ғинуар , 11:30

Яҡташыбыҙ Яңы йыл тиражында 1 миллион һум отҡан

Лотерея ойоштороусы Башҡортостандан Яңы йыл тиражы еңеүсеһен эҙләй

Яҡташыбыҙ Яңы йыл тиражында 1 миллион һум отҡанЯҡташыбыҙ Яңы йыл тиражында 1 миллион һум отҡан
Яҡташыбыҙ Яңы йыл тиражында 1 миллион һум отҡан

Башҡортостанда йәшәүсе Милли лотерея үткәргән «Хыяллион (Мечталлион)» лотереяһының яңы йыл тиражын уйнатыуҙа 1 миллион һум отҡан. Еңеүсе отош һорап мөрәжәғәт иткәнсе, уны лотерея ойоштороусылар эҙләй ҙә башлаған.

Шуныһы билдәле: ғинуарҙағы «Хыяллион»дың беренсе тиражын уйнатыу лотерея тарихында ҙур ваҡиға булды. Был көндә еңеүселәр 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса отто. Бәхетлеләр араһында Санкт-Петербургтан һәм Томск өлкәһенән 117 миллион һумдан ашыу ҙурлыҡтағы ике төп суперприз эйәһе бар. Бынан тыш, бер юлы 64 уйынсы миллионер булды, уларҙың берәүһе ике миллион һум алған, ҡалғандары миллион һумлап отҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҙур бүләктәр отҡандарға отошто иғлан иткән көндән алып ете ай эсендә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас