

Ауылда төпләнеп, эш асып, үҙ еренең хужаһы булып йәшәгәндәр һәр ваҡыт һоҡланыу тыуҙыра.
Салауат районында ла тап иттек ошондай йүнселдәребеҙҙең береһен. Ул Арҡауыл ауылынан Булат Юлдашев. Атҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу бәләкәйҙән килә. Йәйге бесән мәлендә ҡартатайҙарын атҡа ултыртып бесәнгә алып барыуҙы, алып ҡайтыуҙы ул бик яратып башҡара. Бәләкәйҙән ат тирәһендә үҫеү, күңелендә йылҡысылыҡҡа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй ҙә инде.
Үҙе ир-ҡорона ингәс, йылҡысылыҡҡа юл үҙенән-үҙе асыла. Уға ике ат бүләк итәләр һәм уларҙы үрсетеүгә тотона. Хәҙер ул крәҫтиән(фермер) хужалығын ойошторған, аттарының һаны ла 100-гә еткән. Шул иҫәптән башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән шөғөлләнә.
Ярыштарҙа ла ҡатнаша. Баймаҡта үткәрелгән “Башҡорт аты” ярышында ла үҙен һынаған. Унда ике атын алып барһа, береһендә үҙе, икенсеһенә көтөүсе ағай ярышҡан.
Уның киләсәккә маҡсаты – ярыш аттарын үрсетеү. Был йәһәттән үҙенең һәр башланғыста терәге булыуы менән дә бәхетле Булат Салауат улы. 15 йәшлек улы Алмас атаһының ныҡлы таянысы. Ул биш йәшенән һыбай йөрөй. Әле лә ул һабантуйҙарҙа ат сабыштарында ҡатнаша.
Ауылы өсөн дә ныҡлы терәк була белә фермер. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итергә булһынмы, ауылды төҙөкләндереү сараларында ҡатнашырғамы – был изге эштәргә һәр ваҡыт үҙ өлөшөн индерә.
Йылҡысылыҡта киләсәктә лә эше уң барһын Булат Юлдашевтың.
Автор фотоһы.